2011 йылда Сүриәлә башланған һуғыш күптәрҙе уйға һалды. Был илде киләсәктә нимә көтә? Унда әле ниндәй хәлдәр бара? Былтыр ноябрь аҙағында Мәскәүҙә донъя күргән «Журналистская правда» гәзитенең «ВеЩдоки» («Матди дәлилдәр») арт-проекты командаһы ошо һорауҙарға яуап табыр өсөн ике аҙнаға Сүриәгә юллана. Өфө егеттәре Айбулат Аҡбутин менән Хәлит Сафин (һүрәттә), ошо илдә ике аҙна булып, фото һәм видеоматериалдарҙы матди дәлилдәре менән бергә йыя.
Фотографтар әйтеүенсә, һуғыш барһа ла, бында тормош дауам итә – уҡыу йорттары, театрҙар, кафе-магазиндар, башҡа учреждениелар эшләй. Әммә шартлауҙан һуң ҡалған емереклектәр күп. Террорсылар хатта мәсеттәрҙе, сиркәүҙәрҙе лә йәлләмәй. Ливан сигенән 30 саҡрым алыҫлыҡта ғына ятҡан Хомс ҡалаһындағы бөтә йорттар, сауҙа, офис биналары тиерлек юҡҡа сыҡҡан. Былар барыһы ла фотоларҙа сағылыш тапҡан.
Былтыр 21 февралдә Дамаск ҡалаһындағы Рәсәй илселеге эргәһендә машинаны шартлатыу һөҙөмтәһендә 80-дән ашыу кеше һәләк булған, 230-ҙан ашыу кеше яраланған. Күргәҙмәгә ҡуйылған ошо һуғыш дәлиле булған машина эргәһенән тыныс ҡына үтеп булмай. Унан йыраҡ түгел торған ултырғыстан иһә һуғыш еҫе аңҡый кеүек. Бер кем дә уға ҡағылырға ҡыймаҫ, сөнки көнө-төнө унда снайпер ултырып, кешеләргә атҡан. Бәлки, үҙен дә шунда уҡ дөмөктөргәндәрҙер.
Фотоһүрәттәргә, улар эргәһендәге һуғыш фажиғәһенең шаһиттары булған әйберҙәргә күҙ һалһаң да, ҡурҡыныс булып китә. Ана, кемделер ерләйҙәр, мәғәнәһеҙ һуғыш һөҙөмтәһендә етем ҡалған бала илай, күпме кеше зәғифләнгән, емерек мәсет, йорттар...
Күргәҙмәнең «18+» тип аталған өлөшөн ҡарауы бигерәк тә ҡурҡыныс. Сүриә оборона министрлығының фотоһүрәттәрендә ниндәй генә ваҡиғаларҙы күрмәҫһең! Ә ҡайһы бер әйберҙәр, мәҫәлән, балалар конькийы, семәрләп эшләнгән балаҫтар ҡасандыр бында бәхетле, тулы ҡанлы тормош барғанлығы тураһында һөйләй. Ошо мәлдәрҙе Сүриә халҡы тағы ҡасан кисерер? Ғөмүмән, тыныс ҡарап булмай был күргәҙмәне. Етмәһә, эргәләге генә Украинала ла мәхшәр бара. Был афәт беҙгә генә килеп етмәһен!