Ресторандағы шартлау12.01.2012
Мәскәү ресторандарының береһендә яңғыраған шартлау бөтә илде тетрәтте. Ике кеше үлгән. Баш ҡала дауаханаларында фажиғә ваҡытында ҡаза күргәндәрҙең ғүмере өсөн көрәш бара.
Әлеге ваҡытта 80 процент тәне бешкән ашнаҡсы һәм тағы өс кеше реанимацияла. Ашнаҡсының хәле ауыр. Тән йәрәхәттәре алған 40-тан ашыу кешенең 27-һе дауаханала ҡалған. Уларҙың барыһының да тиерлек тәне бешкән. Тикшереү комитеты бер нисә статья буйынса енәйәт эше асҡан. Фажиғә газ баллондарын һаҡһыҙ файҙаланыу арҡаһында сыҡҡан тип фаразлайҙар.


Вернуться назад