Был юлы республиканың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин Өфөләге Бельский ағас эшкәртеү комбинатына “эшкә урынлашты”.
Тәүҙә ойошманың баш инженеры Илдар Шәйхисламов һөнәрен алмаштырған етәксене көн тәртибе менән таныштырҙы, инструктаж үткәрҙе.
– Ағас эшкәртеү менән булашҡас, янғын хәүефһеҙлегенә ныҡ иғтибар итергә кәрәк. Электр үткәргестәр ҡуйылған щиттарҙы асып ҡарау, кабелдәргә баҫыу ҡәтғи тыйыла. Эш ҡоралдары бик осло, үткер, һаҡ тотоноу мөһим, ихатала юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү зарур.
Аҙаҡ кенәгәгә имза ҡуйҙыртып:
— Хәҙер үҙегеҙҙе эшкә ҡабул ителгән тип иҫәпләгеҙ. Ҡотлайым! – тип Рәжәп Байғондо улының ҡулын ҡыҫты.
Күптән түгел 70 йыллыҡ юбилейын билдәләгән комбинат ауыр йылдарҙа ла үҙен һаҡлап ҡала алған. Бөгөн бында йөҙҙән ашыу кеше тәҙрә рамдары, ишектәр етештерә. Хеҙмәткәрҙәргә тормош-көнкүрешен яҡшыртыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған – ташламалы ипотекаға фатир алырға мөмкин.
Ағас еҫе аңҡып торған столяр цехы Рәжәп Байғондо улына тыуған яғы Ишембай урмандарын хәтерләтте. Егеткә мәктәпте тамамлағас та уҡыу йортона инеү насип булмай. Өлкән кластарҙа “Стәрлетамаҡстрой” тресының уҡыу-производство комбинатына йөрөүе, 3-сө разрядлы балта оҫтаһы танытмаһы алыуы ярап ҡала. Уны ҡуш ҡуллап тигәндәй Ишембай урман хужалығына таҡта быстырыусы ярҙамсыһы итеп алалар. Армия хеҙмәтенен ҡайтҡас та егет эшләүен дауам итә.
Әҙер продукция мастеры Лидия Исхаҡова йәнә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатҡас, тәүге эш сәғәте башланды. Был көндә министр станокта Ришат Динисламов менән тәҙрә рамдарын шымартты. Бала саҡтан яратҡан шөғөлө, танһыҡ ылыҫ еҫе уның кәйефен күтәрҙе, йәнен имләне.
Эш сменаһы аҙағына яҡынлашты. Әле генә геүләп торған цех тынып ҡалды. Рәжәп Байғондо улы станогын һүндерҙе лә тирә-яғын һепереп, таҙалап алды.
Коллектив һәйбәт. Барыһы ла асыҡ, ярҙамсыл. Айырыуса Ришат Динисламовты, Владимир Кусовты, Фаил Аҡсуринды, Лена Богдановичты маҡтап телгә алды етәкселәр. “Хеҙмәт хаҡы ла һәйбәт кенә булмаҡсы – айына 20 – 30 мең һум сыға”, – тиҙәр.
“Бында эшләргә була”, – тип уйлап ҡуйҙы һөнәрен алмаштырған етәксе лә.