Ни кисермәй әсә йөрәге...15.02.2014
Ни кисермәй әсә йөрәге...
Нисәмә тапҡыр диктофон кассетаһын әле тегеләй, әле былай әйләндереп, бынан ун биш йыл элек яҙҙырылған яҙмаларҙы тыңлайым. Һалмаҡ ҡына итеп ике әсә һөйләй. Хәҙер фанилыҡта күтәргән ҡайғы-хәсрәттәрен мәңгегә алып китеп, үҙҙәре ожмах ҡапҡаларын асҡан инде...
Аҡ ҡағыҙға текәлдем дә баҙап ҡалдым: ул ғына һыйҙыра алырмы әсәләрҙең аһ-зарын, ҡара ҡайғыһын? Бәлки, кисерештәрҙе әҙәби әҫәргә күсерергәлер, бер тапҡыр матбуғатта яҙып сыҡтың бит, ти эске тойғо. Уныһына ваҡыты етер, ти икенсеһе. Хикәйәләп бирһәң, яҙыусы шапырта инде, тип шикләнер бәғзеләр. Шуға ла, инәйҙәрҙең һөйләгәндәрен, бер ниндәй публицистик, әҙәби алым ҡулланмайынса, туранан-тура бирергә булдым. Яҙмалар барлыҡ әсәләрҙең түҙемлек-сабырлығына һәйкәл, ысын ил һаҡсылары үҫтергәндәре өсөн баш эйеү булһын...

Ғилмиямал инәй Сәйетхужина менән Миңһылыу инәй Хәлитова күрше генә йәшәне. Яҙмыштары шул тиклем оҡшаш булды, әйтерһең, әҙәби әҫәрҙә генә була торғандай, автор уларҙың ғүмер юлдарын аңлы рәүештә бер епкә теҙгән. Ләкин геройҙарым уйлап сығарылған түгел, ә халҡыбыҙҙың сабырлыҡ өлгөһө булып беҙҙең арала ғүмер итте.
Икеһенең дә яҙмышы оҡшаш, тинек. Ғилмиямал инәй алты бала менән йәшләй генә тол ҡалған. Ире Ғәнәфиә мәрхүм булғанда, кесеһе бер айлыҡ ҡына булған. Ә Миңһылыу инәй ире Һиҙиәтулланан ете бала менән тороп ҡалған. Төндәрен йоҡламайынса, дөйөм хужалыҡ эшенән ҡалмайынса, икеһе лә балаларын тырышып-тырышып үҫтергән. Тәүгеһе биш улын армияға оҙатһа, икенсеһе — дүрт һалдатты. Икеһе лә... икешәр (!) улын армиянан көтөп ала алмай. Ғилмиямал инәй ҙурыһының үле кәүҙәһен Мурманск ҡалаһынан юллап барып ала, икенсеһен Афғанстандан килтерәләр. Миңһылыу инәй тәүге улының кәүҙәһен Байконурҙан алып ҡайта, икенсеһен, умыртҡа һөйәге һынған килеш, өйөнә килтерәләр...
Ике яҙмыш. Улар менән осрашып, хәл-әхүәл һорашҡас та, һөйләшеп ҡуйғандай, икеһе лә: "Ҡуй, улым, хәтерҙе сисеп, ҡайғыларҙы яңыртма әле. Эй-й, Алла, ул ҡайғының һүрелгәне бармы һуң... Шулай ҙа, балам, анау тиклем үҫтереп, һалдатҡа ебәргән улдарыбыҙҙы ерләүе еңел булманы шул, әйҙә, яҙ һин балаларҙы, исемдәре ташҡа баҫылһын", — тине.
Ғилмиямал инәй Сәйетхужина:
"...Минең бер ҙә башым эшләмәй хәҙер, балам, ҡайғынан ҡаңғырған инде... Ниғмәтуллам 60-сы йылғы ине. Ваҡыт еткәс, армияға алып киттеләр. Дүрт ай ҙа хеҙмәт итмәне, военкоматтан, малайың аҫылынып үлгән, тип килделәр. Нисек үлгән, тим. Вәт, аҫылынған, тиҙәр. Зерә йыуаш ине. Шунан һуң, спорт күнекмәләрендә гел алдынғы булып йөрөгән. Хатҡа ла: "Инәй, мине яратмайҙар, һәр саҡ алдынғы булам, әллә ниңә яратмайҙар шул", — тип яҙҙы. Үсләшкәндәрҙер инде. "Мин килгәндә һеҙгә хат яҙып ултыра ине", — тине прапорщик. Улым үҙенең дежурствоһын бер көн алда үткәргән, икенсе кеше урынына тағы ла ебәргәндәр...
Мин часына ла, моргка ла барҙым. Прокурор: "Ни за что алып ҡайтмайһың, бында күмәбеҙ", — ти. Эй-й, шул тиклем нервынчать иттем, урыҫса оҫтарып киттем. Прокурорға, мин уны алып ҡайтырға килгәнмен, тим. Юҡ, бирмәйбеҙ, тип тик тора. Өс көн буйы дауайлаштым. Ахыры, бирҙе барыбер. Бирмәүҙәренең сәбәбен аңлатманылар. Һеҙгә юлға ла аҡса бирмәйбеҙ, тиҙәр. Аҡса алып барғайным. Поезд менән бер аҙнанан саҡ алып ҡайттым, һәләк оҙаҡ булды инде..."
Шул ерҙә әсәнең һүҙҙәрен бүлеп, иғтибарҙы прокурорҙыҡына йүнәлтке килә: "Алып ҡайтмайһың!.." Ысынлап та, алып ҡайтып, киренән судмедэкспертиза үткәргән булһалар, һалдаттың үлеү сәбәбе — туҡмалып, үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр булыуымы — асыҡланасаҡ бит. "Мундир таҙалығы"н һаҡлау өсөн заманында ошондай енәйәттәр йәшерелеп ҡалмаһа, бөгөн армияла тәртипһеҙлектәр ҙә булмаҫ ине. Был хәлдәр илдәге аңлашылмаусылыҡ ваҡытында түгел, капиталистик илдәрҙә кеше хоҡуҡтары боҙолоуы тураһында яр һалған 70-се йылдар аҙағында булған.
"...Ниғмәтулламды ерләп, ҡайғынан арынып та өлгөрмәнем, тағы бер улыма армияға китергә ваҡыт етте. Аҙаҡ — өсөнсөһөнә. 63-сө йылғы Нәғимйәнемде Афғанстанға алып киттеләр. Ул иптәштәренә: "Инәйемә генә әйтә күрмәгеҙ минең Афғанстанға ебәрелгәнде", — тип әйтеп ҡалдырған. Аҙаҡ белдек инде, хаттары һирәк булһа ла килеп торҙо. Тик ҡайтырға ай ярым ваҡыт ҡалғас... Мин уны иң тәү белмәнем, Силәбегә баҙарға барырға сыҡтым. Юлда врач осраны: "Әбей, ҡайҙа киттең?" — ти. Силәбегә, тимен. "Ә-ә, улай булғас, йөрөп ҡайт", — ти был. Киттем. Тик бер ҙә торғом килмәй бит бында, баҙарҙан да бер нәмә лә алманым. Йөрөнөм-йөрөнөм дә ҡайтырға булдым. Шунан минең алдан барған бер иргә сиған ҡысҡыра: "О, һинең бәләң алда әле!" Тегегә тиңләшкәс, сиған миңә боролоп: "Һинең бәләң ҡапҡа төбөндә көтөп тора", — тимәһенме. Ир кеше мине тынысландыра, ул сиғандарға аҡса кәрәк, шуға күрәҙә ҡылалар, ти. Ирҙең һүҙенә ҡарап, тынысланғандай булып ҡайттым.
Инәйем ҡуйған самауырҙың сәйен эсергә генә ултырғайныҡ, улым Фәйзулла менән килен һыҡтап килеп керҙе. Эй-й, Хоҙайым, аҡса тип һыҡташып йөрөүегеҙ бөтмәне инде, тим. Аҡса һорайҙар икән, тип уйланым. Фәйзуллам: "Инәкәйем, Нәғимйән үлгән бит", — ти... Шунан ни, военкоматтар, һалдаттар, врачтар килде. Тағы бер улымды юғалтып ҡуйҙым... Нәғимйәнем минең батыр булған. Үлгәстен уға Ҡыҙыл Йондоҙ ордены килде. Башҡортостандан Ислам Иҫәнбаев тигән дуҫы килеп, уның үлемен былай тип һөйләне: "Тәүҙә бер аяғы өҙөлөп китте. Беҙ етешә алмай ҡалдыҡ. Үлгәндәрҙе, яралыларҙы алығыҙ, тип ҡысҡырып ятты. Нәғимйәнгә табан китеп барғанда, башына эләкте. Әбей, һинең улың герой ул..."
Армияға китергә сират кинйә улым Рауилгә еткәс, военкоматҡа барҙым. Икеһен армияла үлтерттем, кесеһен ебәрмәйем, тим. Эй, әбей, уныһын Советтар Союзында ғына хеҙмәт иттерәбеҙ бит, тиҙәр. Шулай итеп, бишенсе улымды ла алып киттеләр ҙә... Германияға оҙаттылар. Уф, мин әйтәм, тағы ут йотаһыларым бар икән. Аллаға шөкөр, уныһы иҫән-һау йөрөп ҡайтты..."
Ни кисермәй әсә йөрәге...Ғилмиямал инәйҙең һөйләүенән һуң һүҙҙе уның күршеһе Миңһылыу инәй Хәлитоваға бирәйек:
"...Ҡартайғанымды ла белмәй ҡалдым — үтте ғүмер. Хәҙер ете баланан дүртәү ҡалды инде: өс ҡыҙым да бер улым. Вафаным Байконурҙа үлде. Уны торомбаш шикелле яндырып, килтереп күмеп ҡуйҙылар, 56-сы йылғы ине. Балалар ҡайғыһы баҙатты хәҙер. Ғирфаным 58-се йылғы ине. Уныһы ауырып ҡайтҡас, ат башынан ҡолап, башы менән ергә төшкән. Күп тә торманы, вафат булды...
Ғәзизуллам 61-се йылғы ине. Ленинградта стройбатта хеҙмәт итте. Шунда нимәлер төҙөгәндә осоп килеп төшкән. "Инәй, береһен дә ғәйепләмә, мин үҙем йығылдым", — ти. Умыртҡа һөйәге менән килеп төшкән, бер ҙә атламаны. Бында өс йыл буйы ятты. Күп ергә йөрөнөм, инвалид иткәс, ярҙам да итегеҙ, тип. Файҙаһы булманы. Шулай ҙа бер тапҡыр алып китергә килделәр. Унда инде түшәккә ятҡанға ла өс йыл булғайны. Ҡалаҡлап ашатҡанымды ҡарап ултырҙылар. Алып китһәләр, унда кем шулай ашатһын да аҫтын алыштырһын инде? "Бирмәйем, эсемә һыйған балам тышыма һыйыр әле", — тинем. Улар киткәс, ун биш көн дә ятмай вафат булды Ғәзизуллам...
Вафаным янып, сәпсим "торомбаш" булғайны. Китеп йыл да үтмәне, телеграмма килде. Самолет унда осмағас, поезд менән дүртенсе тәүлектә Түләтәм тигән ергә саҡ барып төштөк. Бер ҡаҙаҡ ҡатынынан Ленинск-10-ға нисек барырға кәрәклеген һорағайныҡ, был: "Ә-ә, малайығыҙ үлгәнме? Кисә генә унан һинең кеүек ҡара ҡатын малайын ҡапсыҡҡа тултырып алып ҡайтты", — тип йөрәгемә шом һалды.
Әлеге ҡатын өйрәтеүенсә, постағы һалдатҡа йомошто әйттем. Ул офицерға шылтыратты. Тегенән автобуста командиры килде. Документты ҡарағас, ултыртып алып китте. Госпиталгә барҙыҡ, унда дүрт көн буйы яттыҡ. Офицерҙан: "Ни өсөн яндырҙығыҙ?" — тип һораным. "Беҙҙең Вафан таҙалыҡ яратты. Казарманы буяп, ҡулын бензин менән йыуып торғанда, иптәше тәмәкеһен тоҡандырып, сыйғысын быға биргән", — тип алдай был. Госпиталь палатаһында бишәү теҙелешеп ята, бахырҙар. Барыһы ла бит улай янмаҫ ине. Башҡа бүлмәләрҙә лә янғандар ята, араларында начальниктары ла бар. Вафандың карауат башына: "Тәненең 85 проценты янған — төҙәлмәй", — тип яҙып ҡуйғандар. Беҙ барғанда тере ине. Бар ере бинтланған, тик күҙе күренә лә бармаҡ остары ғына... Әкрен генә һөйләшеп ята үҙе. "Инәй, кем менән килдең?" — ти. Ағайың менән, тим. Шаһинур исемле дуҫын да тиргәп ала: "Ниңә хат яҙған ул, мин бит командировкаға киттем, тигәйнем". "Мин матур ғына һалдат үҫтереп бирҙем, һин "торомбаш" булып ятаһың", — тигән булам, үҙем иламаҫҡа тырышып. Был ҡәҙәре эҫелә нисек сыҙап ятҡандыр улым, гел йортто һораша, мине ҡайғырта.
— Миңә бөгөн атайым килде, матур алмалар ашатты. Ундағы алмалар матур икән, инәй... Ана, инәй, йылан балалары кереп бара, күрәһеңме? — тип һөйләнә башланы.
Шунда врачтар килеп инде, операция яһайбыҙ, тиҙәр. Ни еренә яһатаһығыҙ уны, тимен, бар ере янып бөткән бит. Беҙ сығып торҙоҡ бер аҙға. Йөрәк ҡапыл жыу итеп ҡалды. Нимәлер булды, улым, Вафан ҡырына барайыҡ, тим. Барыуыбыҙға Вафаным үлгән..."
Инәйҙәрҙең һөйләүен тыныс ҡына тыңлап ултырыу мөмкин түгел. Ғәзиздәренең яҙмышында — тотош ил улдары, үҙҙәренекендә бөтә ил әсәләренең яҙмышы сағыла. Шуныһы үкенесле: әлеге ике ғаиләлә тәрбиәләнеп, хәрби хеҙмәттә һәләк булған, яраһынан фанилыҡтан иртә киткән дүрт егеттең берәүһе — Афғанстанда башын һалғаны ғына — "Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған" тигән төркөмгә инә, ҡалғандары иҫәпкә лә юҡ.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ.

Силәбе өлкәһе,
Арғаяш районы,
Мәтәл ауылы.


Вернуться назад