"Ут эсенә берәү ҙә үҙ теләге менән инмәгән"15.02.2014
"Ут эсенә берәү ҙә үҙ теләге менән инмәгән"
Һуғышта ҡорбандар еңеүселәрҙән күберәк була. Унда, яу яланында, күпме кешенең ғәзиз ғүмеркәйҙәре өҙөлә. Мәҫәлән, Афғанстандағы мәғәнәһеҙ һуғышҡа – мәхшәр эсенә оҙатылған һөлөктәй күпме егеттәребеҙҙең һөйәге сит ерҙәрҙә ятып ҡалды, байтағын цинк табутта алып ҡайттылар, "ҡара ҡағыҙ"ҙы ҡулдарына алған әсәләрҙең күҙ йәше йылғалай түгелде. Иҫән ҡайтҡан һалдаттарҙың байтағы иһә – ғәрип-ғөрәбә.
Бөгөн – Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл. Шул уңайҙан "Хәрби хәрәкәттәр ветерандарының Башҡортостан союзы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Тимерйән РӘЖӘПОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Тимерйән Рәжәп улы, гәзит уҡыусыларҙы үҙегеҙ менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙсе. Бигерәк тә Афғанстандағы хеҙмәтегеҙ тураһында белге килә.
– 1986 йылдың 21 ноябрендә Совет Армияһы сафына алындым, тыуған яғым – Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы. Башта Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында йәш һалдат курсын үттем. Һуңынан Чирчикка (Үзбәкстан) килеп төштөк, был ҡалала йәнә бер нисә ай әҙерлек үткәс, самолетҡа ултырып, көньяҡҡа остоҡ. Офицерҙар ҡайҙа юлланғанды әйтмәне. "Ил-62" аэродромды бер нисә ҡат өйөрөлгәс кенә ултырырға рөхсәт алды. Сит мөхит – күҙ асҡыһыҙ ҡом бураны ҡаршы алды, бөтә яҡтан да ҡаялы тауҙар уратып алыуын күреп шаҡ ҡаттыҡ. Ирекһеҙҙән, тыуған яҡтарға тик һауа юлынан ғына ҡайта аласағыбыҙҙы аңланыҡ. Унан Шинданд ҡалаһына ашығыс рәүештә алып киттеләр. Миңә ҡеүәтле "БТР-70"-те ышанып тапшырҙылар, "ҡорос ат"ҡа йүгән кейҙереү бигүк ауыр булманы. Беҙҙең часҡа колоннаны оҙатыу бурысы йөкмәтелде. Сик аша Тыуған илебеҙгә 1989 йылдың 27 ғинуарында ғына сыҡтыҡ. 2010 йылға тиклем Эске эштәр органдарында хеҙмәт иттем, капитан дәрәжәһендә хаҡлы ялға сыҡтым.
– Шәфҡәтлелек төшөнсәһенә нисек ҡарайһығыҙ? Афған һуғышы ветерандарына ярҙам итеүсе ойошмалар ҙа бар шикелле?
– Шәфҡәтлелек менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙың күплегенә бер ниндәй ҙә ҡаршылығым юҡ, ләкин ошо эшмәкәрлек күләгәһенә ышыҡланып, үҙ мәнфәғәтен ҡайғыртыусыларҙың осрауына йәнем әрней. Ниндәйҙер сәбәптән торлаҡ ала алмаған йәки эш урыны булмаған бишәүҙең береһенә генә булһа ла ярҙамым тейһә, күңелем тынысланыр ине. Шөкөр, күптәр тыныс тормошта үҙ урынын тапҡан, бынамын итеп донъя көтә. Шул уҡ ваҡытта ояһын ҡора алмай интегеүселәр ҙә етерлек. Төрлөһө бар: ҡаршылыҡтарға йыш осрайҙар, ғәҙелһеҙлектән бөгөлөп төшәләр, ә инде бөтәһенә лә ҡул һелтәүселәр ҙә әҙ түгел. Бер генә миҫал. Афғанстанды арҡырыға-буйға киҫкән, утлы нөктәлә булғандар ни өсөн ошо көнгә хәтлем дөйөм ятаҡта көн күрә? Ил алдында интернациональ бурысын үтәгән һалдаттар бөгөн берәүгә лә кәрәкмәй, уларҙың яҙмышы береһен дә борсомай кеүек. Уйлап ҡараһаң, ут эсенә бер кем дә үҙ теләге менән инмәгән бит. Маҡсатым – ил алдында изге бурысын үтәүселәргә ярҙам ҡулы һуҙыу.
– Рухи аҙыҡҡа мохтажлыҡ та бар бит әле. Был йәһәттән ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?
– Төрлө йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнарға тырышабыҙ, эшмәкәрлегебеҙ төрлө йүнәлешкә ҡоролған. Бер ваҡыт мохтажлыҡ кисергән ғаиләләргә кейем-һалым йыйыу акцияһын башлап ебәрҙек. Конгресс-холда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының төҙөлөүенә 70 йыл тулыуға бағышлап, "Опаленные строки" тигән I асыҡ хәрби-патриотик фестиваль ойошторҙоҡ. Тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Унда Башҡортостан Президенты хакимиәтенән вәкилдәрҙең ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен бермә-бер арттырҙы. Йәштәрҙе илһөйәрлеккә әйҙәүсе республика кимәлендәге кисә Өфөлә тәүге тапҡыр үтте. Илебеҙҙә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, һәр ҡатламға тиң ҡараған хәстәрлекле етәкселәребеҙ, арҙаҡлы ир-уҙамандарыбыҙ булғанда үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ һәм йәмғиәткә кәрәкле кеше булараҡ хис итәбеҙ.
Ир-егеттең ике юлдашы бар, тиҙәр. Береһе – батырлыҡ, икенсеһе – тәүәккәллек. Ғөмүмән, йәш быуынды патриот итеп тәрбиәләү өсөн бар көсөбөҙҙө һалабыҙ.
Бынан тыш, Башҡортостан Һуғыш ветерандарының республика клиник госпиталендә һаулығын нығытҡан яуҙаштарыбыҙҙың күңелен күтәреү ниәтендә даими йыр-моң кисәһе уҙғарабыҙ. Ғөмүмән, ҡарты ла, йәше лә тамашаларға эркелеп килде. Халыҡ шағиры Рауил Бикбай әйтмешләй, "йырым тамсы шифа булһын ине йөрәк һулҡылдатҡан яраңа". Беҙ ҙә ошо ниәтте күҙ уңында тотабыҙ. Дөйөм алғанда, был йәһәттән эштәр киләсәктә лә дауам итәсәк.
– Тимерйән Рәжәп улы, "Динамо" стадионындағы "Сыбар юлбарыҫ" спорт ярышы бик юғары кимәлдә уҙғайны. Унда еңеүсе егеткә бүләк биргәнегеҙ хәтеремдә...
– Спорт йүнәлешенә иғтибарҙы көсәйттек. Физик күнекмәләр үткәреү, спорт секцияларына йөрөү, ошондай сараларҙа ҡатнашыу – армияға әҙерлеккә бер аҙым. Үҫмер әрмегә тиклем үк әҙме-күпме сынығыу алырға тейеш. Юғиһә беҙҙә барыһы ла киреһенсә килеп сыға. X халыҡ-ара "Сыбар юлбарыҫ" тип аталған каратэ буйынса бәйгелә ҡатнашыуыбыҙҙың сәбәбе – көслөләрҙе дәртләндереү, егеттәрҙе спортҡа ылыҡтырыу. Унда мәктәп балалары күпләп ҡатнашты. Шулай уҡ "Аҡбуҙат" ипподромында Афғанстанда һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә ярыш уҙҙы, отҡор һәм состарға ойошма исеменән иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ. Райондарҙа уҙған спорт сараларының да уртаһында ҡайнайбыҙ. Былтыр Нуриман районында II асыҡ республика фестивален ойошторҙоҡ. Унда Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән генә түгел, Ҡырғыҙстандан да ҡунаҡтарҙың килеүе уның мәртәбәһе тураһында һөйләй. Сираттағыһына әҙерләнәбеҙ.
Ошо көндәрҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 25 йыл тулыуға арнап күркәм кисә ойошторҙоҡ, ғәзиздәрен һуғышта юғалтҡан әсәләрҙе лә саҡырҙыҡ. Киләсәктә илһөйәрлек йүнәлешендәге сараларға баҫымды көсәйтергә уйлайбыҙ.
– Ошо яуаплы эште бер үҙең генә башҡарыу мөмкин түгел. Һеҙгә кем теләктәшлек күрһәтә?
– Дуҫтарым күп минең. Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгән яуҙаштарым менән бәйләнеш көслө. Герат провинцияһында 101-се полкта бергә хеҙмәт иткән Артур Әхмәтов һәм Радик Мостафин менән фекерҙәребеҙ уртаҡ. Әле Свердловск өлкәһенең Березовский ҡалаһында төпләнгән Балтас районы егете Илүс Аҡбәров менән дә кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Ауырғазы районының ветерандар советы рәйесе Айрат Ғәббәсовтан уңдыҡ. Барыһын да һанап сығыу кәрәкмәҫтер ҙә. Шуныһы мөһим: Афған иле беҙҙе дуҫлаштырҙы һәм сыныҡтырҙы.
– Һәр яугирҙең һәйкәлгә хаҡы бар, тиҙәр. Был фекер менән килешәһегеҙме?
– Хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған һалдат һәм офицерҙар иҫтәлегенә район үҙәктәрендә һәйкәлдәр ҡуйыу ниәте менән янабыҙ. Бының өсөн тәүҙә район хакимиәттәре башлыҡтарына рәсми хат яҙҙыҡ. Башҡарған эшебеҙҙең һөҙөмтәһе күренә лә башланы. Ғафури районының Красноусол ауылында һәйкәл ҡуйылыуы – шуға асыҡ миҫал. Район хакимиәте башлығы Рәмил Бохаров тәҡдимде әйтеү менән күтәреп тә алды. Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта ла һәйкәл асыласаҡ. Бөрйән, Архангел райондарында һөйләшеүҙәр уңышлы бара, Нуриман һәм Иглин райондарының хәрби комиссары Вадим Дәүләтшин менән үҙ-ара кәңәшләшеп эш итәбеҙ. Баймаҡтан Сәғит Мырҙинға рәхмәтебеҙ ҙур, Ейәнсуранан Мәжит Татлыбаев беҙгә теләктәшлек күрһәтә. Үрҙә телгә алынған ошо райондарҙың барыһында ла, шулай уҡ Күмертау ҡалаһында, Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа яҡын киләсәктә һәйкәлдәр буласаҡ. Был йүнәлештә эш эҙмә-эҙлекле дауам итә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Илдар АҠЪЮЛОВ
әңгәмәләште.


Вернуться назад