Йәрәхәтләнеүселәр күп12.01.2012
Һуңғы ике тәүлек эсендә республика юлдарында 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 14 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, 21 йәшлек егет һәләк булған.
Бәләбәй юлында “Форд Фокус” автомобилендә барған егет юлдан төшөп китә һәм ағасҡа бәрелә. Ул фажиғә урынында уҡ һәләк була. Өфө – Инйәр – Белорет юлында 12-се моделле “ВАЗ” автомобиле шоферы Сибайҙан Өфөгә юлланған ваҡытта ҡапыл юлға килеп сыҡҡан 19 йәшлек егетте төрттөргән. Йәйәүле иҫерек була. Төрлө тән йәрәхәттәре менән уны дауаханаға оҙаталар. Баш ҡаланың Октябрь проспектында “ПАЗ” автобусы еңел автомашинаға бәрелә. Машинаның ике пассажиры тән йәрәхәттәре ала. Уларҙың береһе – бала, уның умрау һөйәге һынған.


Вернуться назад