Стәрлебаш районында малсылыҡ буйынса республика кәңәшмәһе уҙҙы
Ауыл хужалығы эшсәндәре берәй ҡасан ял итәме икән ул? Яҙлы-көҙлө – баҫыуҙа, йәй хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Иген – келәткә, мал кәртәгә ингән ҡышын да тик ятмай улар: тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек эштәрен ситкә ҡуйып тороп, борсоған мәсьәләләрен уртаға һалып фекер алыша, тармаҡ проблемаларын хәл итергә тырыша. Әйтергә кәрәк, шунһыҙ алға китеш тә юҡ.
Бөтә республика малсыларын, юғары уҡыу йорттары ғалимдарын тупланы был сара – йәмғеһе 170-тән ашыу кеше ҡатнашты. Кәңәшмәне Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Азат Йыһаншин менән Фларис Шәйхетдинов алып барҙы. Фекер алышыусылар айырыуса ит етештереү, малдарҙың һаулыҡ торошон ҡайғыртыу, ҡасырыу һәм башҡа мәсьәләләргә туҡталып үтте, экологик продукция хаҡында һүҙ алып барҙы. Сер түгел, һуңғы проблема бөгөн бигерәк тә көнүҙәк, сөнки ҙур магазин кәштәләрен тултырған осһоҙ, әммә тәме лә, сифаты ла самалы ит-һөт аҙыҡтары халыҡты тамам ялҡытты. Шул уҡ ваҡытта үҙ етештереүселәребеҙ баҙарға үтеп инә алмай яфалана. Әйткәндәй, республика башлығы был хаҡта йыш әйтә килә, ауыр хәлдән сығыу юлын бергәләп эҙләргә өндәй.
Кәңәшмәлә тәү сиратта тармаҡ буйынса 2013 йылға йомғаҡ яһалды. Азат Йыһаншин белдереүенсә, малсылыҡта үҫеш бар, шул уҡ ваҡытта проблемалар ҙа етерлек.
Был йәһәттән стәрлебаштарҙың күрһәткесе яҡшы. Район етәксеһе Фәнүр Туҡтаров һүҙҙәренә ҡарағанда, муниципаль берәмектә 15 ҙур, 73 крәҫтиән (фермер) һәм 8 мең шәхси хужалыҡ бар. Уларҙа малдар һаны йылдан-йыл арта бара. Ә райондың ветеринар станцияһы быйыл төбәк учреждениелары араһында иң яҡшыһы булып танылған. Кәңәшмәнең ғәмәли өлөшө нәҡ ошонда дауам итте.
– Станцияла йәмғеһе 49 кеше эшләй, беҙгә ун ветеринар участка һәм биш пункт ҡарай, – тине тәжрибәләре менән уртаҡлашҡан арала учреждение начальнигы Азат Әхмәров.
Кәңәшмәлә, әлбиттә, “500 ферма” программаһы ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Фекер алышыусылар ошо программала ҡатнашҡан “Правда” агрофирмаһында булды. Күп күрһәткестәре менән өлгө булырлыҡ был хужалыҡҡа ҡунаҡтар һоҡланып туйманы.
Бында, 2013 йыл йомғаҡтары буйынса, мең баш һыйыр малы бар. “Правда”лар былтыр йәмғеһе 58 миллион һумлыҡ тулайым продукция етештергән.
Агрофирманы йыһазландырыу һәм ҡулайлаштырыу буйынса ла шаҡтай ғына эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, һарайҙар йүнәтелгән, һөттөң сифатын тикшереү өсөн Швейцариянан ҡайтарылған махсус ҡорамал ҡуйылған, уны һыуытыу ҙа хәҙер яңыса башҡарыла. Бынан тыш, хужалыҡ баштан-аяҡ компьютерлаштырылған, энергия сығымын аҙ талап иткән лампалар ҡуйылған. Тракторҙар, тейәгестәр, ашлыҡ ваҡлаусы ҡорамалдар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел – барыһы ла бар, етерлек.
Тәнәфес ваҡыттарында, хужалыҡтарға сәйәхәт ҡылғанда ла бәхәстәр, аралашыуҙар туҡтаманы. Иң мөһиме — сараға килгән һәр кем ниндәй ҙә булһа яңылыҡ ишетте, тәжрибә тупланы. Тимәк, үҙебеҙҙең тәмле ит һәм файҙалы һөт буласаҡ!
Рәмил МАНСУРОВ,
“Башҡортостан”дың
үҙ хәбәрсеһе.