Һәйкәл булып баҫа батырҙар15.02.2014
Һәйкәл булып баҫа батырҙар

— Сәләм, ҡорҙаш!
— Һаумы! Нисә йыл күрешкән юҡ! Хәлдәрең нисек?
— Аллаға шөкөр! Һәйбәт кенә. Үҙең нисек?
Күптән күрешмәгән яуҙаштарҙың ҡосаҡлашып, ихлас гәпләшеүен күҙәтеп торған инәйҙең күҙҙәренән йәш бәреп сыҡты. Кеҫәһенән ҡулъяулығын алып, башҡаларға күрһәтмәй уны йәһәт кенә һөртөп алды. Ул Нәжибә Исхаҡова булып сыҡты. Инәй йыл һайын 15 февралдә Афған һуғышы ветерандары менән осраша һәм күңелендә 19 йәшлек көйө генә һаҡланған улы Марселде һағынып иҫкә ала.


— Күҙем күргәнсе, аяғым йөрөгәнсе был осрашыуға киләсәкмен. Улым бер йылдан ашыу хеҙмәт иткәндән һуң һәләк булды. Мин уға көн һайын хат яҙа инем. Ябыҡ табутта алып ҡайтып ерләгәс, оҙаҡ ваҡыт үлеменә ышанмай йөрөнөм. Хәҙер бер аҙ тынысландым шикелле. Ошондай осрашыуҙарҙа күңел һыҙлауы бер аҙ баҫылғандай була, — ти Нәжибә апай, күҙ йәштәрен тыя алмайынса.
Башҡа йылдар менән сағыштырғанда, был юлы баш ҡалалағы “Хәсрәтле әсә” мемориалы эргәһендә халыҡ күп булды, сөнки республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгән делегациялар байтаҡ ине. Хәйбулла районы яугирҙәре саф башҡортса һөйләшеп тороуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Райондан Афған һуғышына 125 кеше киткән, шуларҙың бишәүһе һәләк булған. Имен-аман ҡайтыусылар араһында “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған Ғаяз Нафиҡов та бар. Ул Герат ҡалаһы эргәһендә хеҙмәт иткән. Айгиз менән Илгиз исемле улдарын илһөйәрлек рухында тәрбиәләп үҫтергән атай ул.
Учалы районы делегацияһы иң ҙуры ине. Райондан һуғышҡа 300-ҙән ашыу һалдатты оҙатҡандар. Шуларҙың туғыҙы тыуған еренә әйләнеп ҡайта алмаған. Ошо һуғышта башын һалған йәш һалдаттың атаһы ла бар ине учалылар араһында. Ғилман Бирғәлин улы Илгиз тураһында ихласлап һөйләне. Яраһы нисек кенә тәрән булмаһын, атай кеше балаһы тураһында “ине” тип өндәшмәне... Ғилман ағай заманында бар тормош мәшәҡәттәрен ҡалдырып, Кушка ҡалаһы эргәһендә хеҙмәт итеп йөрөгән улы эргәһенә барып та ҡайтҡан. Ҡыҙғаныс, атаһы менән күрешкәндән һуң Илгиз оҙаҡламай ҡамауға эләгеп, дошман пуляһынан һәләк була.
— Районда Афған һуғышы ветерандарына иғтибар ҙур. Уларҙың ата-әсәләрен дә онотмайҙар. Ошо яуҙа ҡатнашҡан егеттәр менән дә аралашып йәшәйем. Тиҙҙән Афғанда хеҙмәт иткән яугирҙәргә арналған китап донъя күрәсәк. Унда беҙҙең улыбыҙ Илгиз Бирғәлин тураһында ла мәҡәлә бар. Улымдың исеме онотолмай — шуныһына ҡыуанам, — ти сал сәсле атай.
Тантаналы сараға Миндәк ауылынан Наил Әхмәтйәнов та килгән. Ул 1980 – 1982 йылдарҙа Ҡандағар эргәһендә торған 70-се бригадала хеҙмәт иткән.
—Минең өсөн һуғышта иң ҡыйыны иптәш егеттәрҙе юғалтыу булды. Әле йәшәү тәмен белмәгән малайҙар башын һалды. Шуныһы бик йәл, — ти ветеран. Ул үҙе — өс малай атаһы. Өлкәндәре Таһир Хабаровск өлкәһендә хеҙмәт иткән. Йәштәре еткәс, бәләкәстәре лә армияға барасаҡ, ти атай кеше. “Нисек кенә булмаһын, хәрби хеҙмәт егет кешене сыныҡтыра, ир итә”, — тип һанай әңгәмәсем.
“Хәсрәтле әсә” мемориалына сәскәләр һалынып, яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, тантаналы сарала ҡатнашыусылар Ҡала мәҙәниәт һарайына юлланды. Бында ветерандарҙы Афғанстандан Совет ғәскәрҙәре сығарылыуға 25 йыл тулыу айҡанлы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.
Бөгөн иһә республиканың һәр район һәм ҡалаһында Афған һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәрҙе тәбрикләйәсәктәр.

Афған һуғышында Советтар Союзы
14 427
кешеһен юғалтҡан. Шуларҙың иң күбе
1984 йылға тура килә —
2 346
кеше һәләк булған.
Әле Башҡортостанда
9 мең
тирәһе Афған һуғышы ветераны иҫәпләнә.
Улар — илебеҙ граждандарында һәм йәш
быуында илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләүсе
алмаштырғыһыҙ өлгө.


Вернуться назад