Аҙ ғына түҙәйек15.02.2014
Аҙ ғына түҙәйек
Һауа торошо үҙгәрҙеме, ауыл, ҡалалар ҡарға сума ла ултыра. Быға күнегеп тә бөткәнбеҙ шикелле. Ауыл халҡының был юҫыҡтан әллә ни тауыш-тыны сыҡмай: үҙҙәре көрт йыра, “Ашығыс ярҙам” машинаһы үтә алмаһа, ауырыуҙы оло юлға тиклем күтәреп йә ат санаһында сығаралар, ут-маҙарҙан Хоҙай һаҡлаһын, тип теләк теләйҙәр.


Ысынлап та, юлдарҙың, урам, өй араларының таҙартылмауы оло бәләгә килтереүе ихтимал. Сәбәбен дә тәбиғәттән түгел, үҙебеҙҙән, яуаплы хеҙмәткәрҙәр менән вазифалы түрәләрҙән, эҙләргә кәрәк. Әйтәйек, ҡарҙың айырым ҡағиҙә буйынса таҙартылырға тейешлеген күптәр белмәйҙер. Мәҫәлән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар, ойошмалар тротуарҙарҙы, туҡталыштарҙы көн һайын таҙартырға бурыслы. Юлдарҙағы ҡар тәүҙә ситкә өйөлөп, 6 сәғәт эсендә махсус урынға ташылырға тейеш. Ҡар өйөмдәре менән йәйәүлеләр юлы, туҡталыш араһының кәмендә ике метр булыуы шарт. Урам эстәре өсөн коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре яуаплы. Улар таҙартҡандан хасил булған өйөмдәрҙе тәүлек эсендә сығарырға кәрәк.
Тағы шуныһы: намыҫлы эшләгән хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтергә онотмайыҡ. Улар булмаһа, бөтөнләй өйҙән сыға, кәрәк ергә бара алмаҫ инек...

Т. МУСИН.


Салауат ТАҺИРОВ, Өфө ҡалаһының төҙөкләндереү һәм коммуналь хужалығы идаралығының бүлек начальнигы:
— Ҡарҙан таҙартыу техникаһы көн һайын — байрам, ял көндәренә ҡарамайынса эшләй. Ябай эш режимы ваҡытында урамдарға 200-ләп берәмек техника сыҡһа, ҡар яуған көндәрҙә – 300-ҙән ашыу. Тәү сиратта транспорт күп йөрөгән үҙәк урамдарҙы таҙартабыҙ. Хәҙер тротуар, туҡталыштарҙағы, юл буйында йыйылған ҡарҙы сығарабыҙ.


Вернуться назад