Еңел табышҡа ышанмағыҙ15.02.2014
Ай башында «ДревПром» финанс компанияһының етәксеһе Евгений Сундуков үҙ фатирында ҡулға алынды. Ойошманың бөтә офистарында ла тентеүҙәр үтте, документтар тартып алынды. Һөҙөмтәлә шикле вәғәҙәләргә ышанып, аҡсаларын уларға биреүселәрҙең кәмәһе ҡомға терәлде.

“ДревПром”дың күпме кешегә зыян килтергәнлеге әлегә билдәле түгел. Компания хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, Күгәрсен районында ғына 700-ҙән ашыу кеше уларға үҙҙәренең кредитын ышанып тапшырған, күптәр, еңел табышҡа ышанып, ҡабаттан банкка ашыҡҡан. Хәҙер инде бөтә бурыстар киренән уларҙың елкәһенә төшәсәк. Финанс пирамидалар эшмәкәрлеге яңылыҡ булмауына ҡарамаҫтан, еңел табышҡа ышаныусылыр байтаҡ...
Был пирамида бөтөнләй баттымы, әллә киренән ҡалҡып сығасаҡмы? Әлегә билдәһеҙ. «ДревПром» финанс компанияһының етәксеһе Евгений Сундуков ҡулға алынғандан һуң, ойошманың үҙәк офисы янында бының менән риза булмаусылар йыйылған. Халыҡ «ДревПром»дың тергеҙелеүен талап итә, сөнки рәхәт юл менән финанс проблемаларын хәл итергә маташҡан кешеләр һуңғы аҡсаһын юғалтыуы ихтимал.
Былтырғы яҙҙан башлап бөтә Башҡортостан буйынса “Кредитығыҙҙы ҡаплайбыҙ” тигән һүҙҙәр менән кешенең иғтибарын йәлеп иткән ойошмалар күпләп асылды. Улар араһында “ДревПром” контораһы билдәлелек яуланы. Компания клиенттарына үтә лә ябай шарттар тәҡдим итте: булған кредиттарҙы унан ҡаплатыр өсөн дөйөм бурыстың 20-25 процентын ғына бирергә кәрәк ине. Әлбиттә, ойошма кредитты үҙенә рәсмиләштермәне, ә аралашсы булып торҙо. Бөтә түләүҙәр ҙә кредит алыусының исеменән башҡарылды. Ошо факт ҡына ла халыҡты уйланырға мәжбүр итергә тейештер ҙә бит!


Вернуться назад