Енәйәт эше процесында дәлилдәр йыйыу һәм уларҙы тикшереү кеүек бурыстар ҡуйыла тәфтишселәргә. Кисә был һөнәр эйәләренең былтырғы эшенә йомғаҡ яһалды. Сарала Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан буйынса Баш федераль инспектор Петр Капишников, Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Рәмил Исҡужин, Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Михаил Закомалдин һәм башҡалар ҡатнашты.
– Беренсе тапҡыр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының коллегия ултырышында ҡатнашам. Хеҙмәтегеҙ ҙур әһәмиәткә эйә. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының эш сифаты кешеләрҙең власҡа ҡарата булған ҡарашына ла йоғонто яһамай ҡалмай. Хатта бәләкәй генә етешһеҙлек тә тотош абруйға тәьҫир итә ала. Иң мөһиме – бер енәйәтсе лә яуаплылыҡҡа тарттырылмайынса ҡалмаҫҡа тейеш, – тине сығышында Рөстәм Зәки улы.
Кәңәшмәлә ҙур уңыштарға өлгәшкәндәргә дәүләт наградалары ла тапшырылды.
(Был хаҡта тулыраҡ киләһе һандарҙың береһендә уҡырһығыҙ).