Йылмайып-көлөп кенә15.02.2014
Коллегалар

Судья хөкөм ителеүсенән һорай:
– Һеҙ Маратты хәтерләйһегеҙме? Ҡайҙа ул хәҙер?
– Ул төрмәлә үлде.
– Ә Саша ни хәлдә?
– Былтыр уны аќып үлтергәндәр.
– Ә Дима?
– Төрмәнән ҡасып барғанда үлтерелгән. Эйе, бөтә шайканан беҙ икәү генә ҡалдыҡ! Һин дә мин, судья әфәнде…

Яҙмыш
Берәү кәрт һалдыра.
– Илле йәшкә хәтлем аҡсаға интегәсәкһегеҙ, – ти уға күрәҙәсе.
– Ә илле йәштән һуң?
– Унан һуң был хәлгә күнегеп китәсәкһегеҙ.

Һуңғы һүҙ
– Атай, кроссворд сисергә ярҙам итә әле.
– Ваҡытым юҡ.
– Һуңғы һүҙе генә ҡалды.
– Әсәйең янына бар, аҙаҡҡы һүҙҙе ул әйтә торған.

Аҙаҡ һыйлармын
– Һаумы, Фәрүәз, һин хәҙер ҡайҙа эшләйһең?
– Министрлыҡта!
– О-о-о, ҡайһылай шәп! Әйҙә үҙеңде коньяк менән һыйлайым әле. Унда кем булып эшләйһең?
– Коридор иҙәнен ремонтлайым.
– Әй, бөтөнләй онотҡанмын да баһа, кәшүлегем өйҙә тороп ҡалған. Ярай, берәй ваҡыт һыйлармын әле.

Сират етер
– Доктор, ни өсөн алғы тешемде һурып алдығыҙ әле? Минең аҙау тешем ауырта ла инде.
– Хәҙер, хәҙер! Уныһына ла барып етербеҙ!

Нимә менән ялтыраталар?
Егеттәр, ҡыҙҙар музейҙа йөрөй. Экскурсовод:
– Кемдең ниндәй һорауы бар? – ти.
Шул мәл бер ҡыҙыҡай телгә килә:
– Бында паркетты нимә менән ялтыраталар ул?


Вернуться назад