Ысынлап та, мөғжизәләр була икән! Йыраҡ түгел, Баймаҡта! Яңы йыл байрамы алдынан Ҡыш бабай ҡалала йәшәүсе Ирмәк Мәжитовҡа автомобиль бүләк итһә, был юлы бәхетле ир хәтәр күп суммала аҡса отто! “Урал-лото” лотерея уйынында төп призды яулаған Ирмәк Рәхимйән улы күктән ишелеп яуған аҡсаға үҙе лә баҙап ҡалды. Шулай булмайынса, йәнә бәхет уға йылмайҙы бит!
Ҡыҙыҡһыныуҙан башланған лотерея отошоноң шундай һөҙөмтәгә килтереүе тураһында уйлап та бирмәгән Ирмәк Мәжитовтың ҡыуанысын ябай һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Серен дә асырға йыйынмай ул, ләкин өсөнсөгө тап ошондай бәхет йылмайһа, кем белә, бәлки, әйтер ҙә. Әммә, был ысынбарлыҡ тормошта мөғжизәләрҙең булыуына, ябай хыялдың тормошҡа ашыуына бер матур дәлил түгелме һуң?!
К. ИШБУЛДИНА.
Баймаҡ ҡалаһы.