“Имам Фәрит” беҙҙә лә уҡыны14.02.2014
Беҙҙең ауыл халҡы кешегә ҡушамат тағырға әүәҫ. Уны һәр кемдең холоҡ-ғәҙәтенә тап килтереп, йәтеш итеп ҡушалар.
1939 йылда беҙгә Ҡырмыҫҡалы районының Ҡарлыманбаш ауылынан күренекле башҡорт яҙыусыһы Фәрит Иҫәнғоловтың ғаиләһе килеп төпләнде. Бер йыл торҙолармы-юҡмы, күп уҡыған һәм белгән малайға ҡушамат та йәбеште. “Имам Фәрит” артабан Ауырғазы районының Үтәймулла ауылында VII класҡа ҡәҙәр белем алды. Шул йылдарҙа уҡ район, республика гәзиттәрендә мәҡәләләре баҫылып сыға торғайны.
Бер саҡ үрге остағы дуҫым Мотаһар Латипов миңә сабата үрергә өйрәтергә булғас, был шөғөлдө Фәрит ағай ҙа (ул беҙгә күрше торҙо) үҙләштерергә теләк белдерҙе. “Уҡытыусыбыҙ” ысын күңелдән, ихлас төшөндөрә. Ошоға бәйле Фәрит ағай уға “Мотаһар-учитель” тигән исем дә сәпәп ҡуйғайны. Был ҡушамат ифрат ғәҙел, намыҫлы, эшһөйәр, изгелекле дуҫыма ғүмерлеккә йәбеште.
Ғөмүмән, мәғрифәтселекте юғары баһалайым. Тормош юлымда, Аллаға шөкөр, уҡытыусыларымдан уңдым. Мәҫәлән, “Сибай” совхозының партком секретары Әхәт Иҫәнтәев халыҡ менән эшләргә, сығыш яһарға өйрәтте. Семинарҙарға, курстарға ебәрер ине. Шулай уҡ партия хеҙмәткәрҙәре Рамазан Өмөтбаев менән Бәҙри Мәмбәтҡолов, уҡытыусылар Фәтих Ниғмәтуллин, Ғаяз Әйүпов, Николай Борисов биргән аҡыл-кәңәште тотоп йәшәргә тырыштым. Үҙеңдән өлкән, аҡыллы, тормош тәжрибәһе мул кешеләргә таяныу тормошҡа ҙур бәрәкәт бирә.
Ш. РӘШИТОВ,
хеҙмәт һәм тыл ветераны.

Архангел районы,
Оҙондар ауылы.


Вернуться назад