"Башҡортостан" гәзитенә йыл да почтамтҡа барып яҙыла торғайным. Баҫманы йыйып, аҙна һуңында кискеһен бер ҡосаҡ итеп ҡалдырып китәләр йә бер нисәһе тулмай. Почтальондарға ғына түгел, хатта етәкселәргә лә был хаҡта дәғүәмде белдерҙем, стенаға борсаҡ бәргән шикелле ҡабул ителде тәнҡит һүҙҙәрем. Түҙмәйенсә киосктан һатып алғаным да булды. Гәзитте көнөндә уҡып бармағас, унан ни фәтүә?! Яңылыҡтар иҫкерә, бүтән мәҡәләләр менән дә ваҡытында танышҡы килә. Тамам үҙәккә үткәс, былай булмай тип, 2014 йылдың тәүге яртыһына эргәмдәге "Өфө-матбуғат" киоскыһында яҙылырға ҡарар иттем һәм отолманым. Беренсенән, "Эшсе хәбәрселәр" туҡталышындағы киоск йәшәгән йортома яҡын ғына, иртән үк барып алам "Башҡортостан"ды. Степан Кувыкин урамы буйлап атлау һауа алмаштырыуға, хәрәкәт итеүгә яҡшы сәбәп тә. Бер һаны ла юғалмай, һатыусы әллә ҡайҙан күреп танып тора. Икенсенән, киоск аша яҙылыу күпкә арзан, 154 һумды кеҫәмдә ҡалдырҙым.
"Көн һайын ошо урында" рубрикаһын дауам итеүегеҙҙе, унда мәҡәләләрҙең иң-иңдәрен баҫтырыуығыҙҙы хуплайым. Мәҫәлән, Сибайҙан Азамат Тажетдиновтың бер нисә һанда баҫылған Рәмиевтәргә бәйле хәтирәләрен шул тиклем ҡыҙыҡһынып уҡыным.
Барый НОҒОМАНОВ,
яҙыусы.