Беҙ гел бергә12.01.2012
Стәрлетамаҡта Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылына ҡарата мәҙәни саралар күп ойошторолдо. Шуларға йомғаҡлау рәүешендә ҡаланың милли-мәҙәни үҙәктәре “Беҙ бергә” тигән байрам үткәрҙе.
Ҡалала башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш, мордва, йәһүд, немец, украин милли-мәҙәни үҙәктәре эшләй. Сара башҡорт һәм урыҫ телдәрендә барҙы, сәхнәнән башҡа халыҡтарҙың туған телендә лә сәләмләүҙәр яңғыраны. Байрамда милли йыр-бейеүҙәр, йолалар күрһәтелде, викторина ойошторолдо, бүләктәр таратылды.