Аҙандан һыҙылыр Өфө таңдары14.02.2014
Аҙандан һыҙылыр Өфө таңдары — Өфөнөң Салауат Юлаев проспектында яңы иман йорто төҙөлөүе хаҡында беләбеҙ. Әйтеүҙәренсә, ул Ҡазандағы “Ҡол-Шәриф” мәсетенән дә ҙурыраҡ буласаҡ. Ошолар хаҡында ни әйтерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Ә. ЮЛГИЛДИН.
Баймаҡ районы.

Башҡортостан мосолмандарының
Диниә назараты рәйесе
мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:


— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
“Кем дә кем Аллаһ Тәғәләнең ризалығы өсөн иман йорто төҙөй, Хоҙай ул бәндәгә йәннәттә һарайҙар һалыр”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Мәсет — ғәрәп һүҙе, “сәждә ҡылыу” тигәнде аңлата.
Әлхәмдү лил-ләһ, Башҡортостан Хөкүмәтенең, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мөрәжәғәтебеҙҙе ыңғай ҡабул итеүенә ярашлы, Салауат Юлаев проспектында яңы мәсеткә урын бүленде. Бер йылдан ашыу элек был ер, барлыҡ документтар Башҡортостан мосолмандарының Диниә назаратына бирелде. Төҙөлөш республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың фатихаһы менән башланды һәм Башҡортостандың тәүге башлығы Мортаза Рәхимов етәкселегендәге “Урал” хәйриә фондының матди ярҙамында тормошҡа ашырыла. Уларға ҙур рәхмәтлебеҙ.
Иман йортоноң көмбәҙе бик матур, үҙенсәлекле. Ул Ростов өлкәһендә яһалып, ҙур-ҙур машиналарҙа килтерелде. Әле уны урынлаштырыу эше бара.
Мәсет дүрт манаралы буласаҡ. Мосолман ҡәрҙәштәребеҙ, ҡунаҡтар, икәүһендәге лифттарҙа 78 метр юғарылыҡҡа күтәрелеп, тирә-яҡты, ҡаланы байҡай, гүзәллеккә һоҡлана аласаҡ.
Иман йортонда туристар өсөн айырым ҡат булдырылды. Бында Башҡортостанда Исламды ҡабул итеү тарихы, шул дәүерҙәге ғалимдар, мәҙрәсәләр тураһында һәм башҡа бихисап мәғлүмәт сағылыш табасаҡ. Ашхана, конференция залдары өсөн дә урын бүленгән.
Аллаһ Тәғәлә ошо ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырырға насип итһә, шул тирәлә Салауат Юлаев проспекты аша күпер төҙөләсәк. Ул, иншаллаһ, халыҡ өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырыр тип ышанабыҙ.
Ғөмүмән, яңы иман йорто баш ҡалабыҙҙың йөҙөк ҡашына тиңләшерлек, ҙур-ҙур сараларҙы ҡабул итерлек, ғибәҙәт ҡыла, ғаиләләргә изге фатиха бирә, балаларға исем ҡуша торған урын булыр тип ышанабыҙ. Ике ҙур ҡитғаны бәйләгән Өфөнөң һәр яғынан яңғыраған аҙан тауыштары, иншаллаһ, уй-фекерҙе, күңелде, рухтарҙы берләштерер.
Ә инде “Ҡол-Шәриф” мәсетенән дә ҙурыраҡ була икән” тигән һүҙҙәргә шундай яуап бирер инем: иман йорттарын улай бүлергә ярамай, был дин ҡанундарына тап килмәй. Исламда фәҡәт өс мәсеттең — “Ҡәғбәтулла”ның, “Әл-Аҡса”ның (Йәрүсәлимдә) һәм Пәйғәмбәребеҙҙең мәсетенең статусы бар. Уларҙа уҡылған намаҙҙың сауабы ифрат ҙур тип һанала. Башҡа мәсеттәр иһә бер төрлө: биш кеше намаҙ уҡыймы, йөҙмө, меңме — кимәлдәре тигеҙ. Шуның өсөн дә “был иман йорто матурыраҡ, тегенеһе бәләкәйерәк” тигән һүҙҙәргә юл ҡуйырға ярамай, айырыуса ике республика тураһында һүҙ барған саҡта. Мәсеттең бәрәкәте — үҙ хеҙмәтен атҡарыуында, Исламдың тәғлимәтен таратыуҙа, намаҙ уҡыусыларҙың ихласлығында. Ошондай бурыстар үтәлһә, иншаллаһ, тормошобоҙ имен, күңелебеҙ бөтөн булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад