Күңел сафлығы, һомғоллоҡ өсөн14.02.2014
Күңел сафлығы, һомғоллоҡ өсөнИслам әҙәм балаһына, уның күңеленә, һаулығына зарар килтерә торған барлыҡ эш-ғәмәлде тыя. Ә файҙалылары рөхсәт ителеп кенә ҡалмай, уларға ҡарата даими ҡыҙыҡһындырыу ҙа уятыла. Спорт — тап шундайҙарҙан.
Уның һәр төрө физик яҡтан нығыта, ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ тәрбиәләй, һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәр саҡ яҡшы кәйефтә, күркәм ҡиәфәттә булыу, төрлө хәлгә әҙер тороу, баҙап ҡалмау маҡсатында спорт менән шөғөлләнергә ҡушҡан, айырыуса уҡ атыу, һыбай йөрөү һәм йөҙөүҙе хуплаған. Хәҙистәрҙән билдәле булыуынса, ярыштарға ҡатыны Ғәйшәне лә алған, уға үҙе менән бергә мәсет биләмәһендә ойошторолған һөңгө күнекмәләрен ҡарарға рөхсәт иткән.
Ошонан күренеүенсә, мосолман ҡатын-ҡыҙына спорт ят түгел. Уның буй-һыны һомғол, йөҙө нурлы, кәйефе һәр саҡ күтәренке булырға тейеш. Ошондай күркәмлек, яҡшы кәйеф йорт усағын һүрелтмәй яндырырға көс бирә.
Ә күнекмәләрҙе ҡайҙа уҙғарырға һуң? Спорт залдары, майҙансыҡтарҙың күбеһе ике енес вәкилдәренә тәғәйенләнгән. Өҫтәүенә, күнекмәләр өсөн тегелгән костюмдарҙа йөрөү Ислам ҡанундарына ярашлы түгел. Ошоларҙан сығып, йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ һәм ирҙәр өсөн айырым спорт залдары булдырыуҙың мөһимлеген раҫлаған фекер нығый бара. Ғөмүмән, мосолман динен тотҡан гүзәл зат ҡына түгел, башҡалар ҙа был теләкте хуплай икән.
Күңел сафлығы, һомғоллоҡ өсөнҠатын-ҡыҙ спорт кейеменә ҡарата талапты ла еңелләштереү яғында. Мосолман гүзәл затына һығып торған әйберҙә күнекмә яһау мотлаҡ түгел: киң салбар һәм өҫкө форма хәрәкәткә һис ҡамасауламаҫ. Йөҙөүгә килгәндә, Көнсығыш стилендәге һыу инеү кейеме тыйыла. Тәнде ҡаплаңҡырап торғанын һайларға кәрәк, уны ҡатын-ҡыҙ үҙе лә тегә ала.
Ҡорамалдары Ислам талаптарын ҡәнәғәтләндерә икән, спорттың барлыҡ төрө менән дә шөғөлләнергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙға айырыуса йөҙөү һәм аэробика отошло булыр.


Вернуться назад