Мәшһүр “Урал батыр” эпосы ижад ителгән осор менән беҙ йәшәгән заман араһында тиҫтәләгән быуат ята. Әммә шуныһы ғәжәп: кешенең күңеле үҙгәрмәй, яңылыҡтар шауҡымына әллә ни бирешмәй. Яратыу-яратмау, яҡшылыҡ-яманлыҡ, киң күңеллелек-көнсөллөк, асыҡлыҡ-аҫтыртынлыҡ, ғәмлелек-битарафлыҡ һәм башҡа төшөнсәләргә заман арауығы ҡағылмаған да тиерлек: араларында — элеккеләй ҙур ҡаршылыҡ. “Урал батыр” эпосында ошо хикмәттәрҙең нигеҙе аңлатыла. Мәшһүр әҫәребеҙҙең һәр һүҙендә, кинәйәле фекерендә халҡыбыҙҙың аҡылы сағылыш таба. Сираттағы был мәҡәләлә эпостың тәрбиәүи әһәмиәтенә иғтибар итмәксебеҙ. “Миҙгел етмәү” нимәне аңлата?
Икегеҙ ҙә — баламһыҙ,
Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ.
Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған,
Ҡулға суҡмар тоторға,
Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,
Әле арыҫлан менергә
Миҙгелегеҙ етмәгән.
Мин ни бирһәм, ашағыҙ,
Мин ҡушҡанды эшләгеҙ.
Күнегергә һыбайға —
Ана, болан менегеҙ,
Сыйырсыҡтың тубына
Яғылбайҙы сөйөгөҙ.
Һыуһаһағыҙ уйында,
Ана, аҡ һыу эсегеҙ —
Ҡабырсаҡҡа тултырған
Ҡандан ауыҙ тартығыҙ. Эпостың ошо бәләкәй генә өҙөгөндә күпме фекер, фәһем ята!
“Тешәр сағығыҙ үтмәгән,
Быуынығыҙ ҡатмаған”, — ти Йәнбирҙе ҡарт, тимәк, улдарына әле өлкәндәргә тәғәйенләнгән ризыҡты ашарға, улар эшләгәнде башҡарырға ярамай, сөнки быға йәш организм әҙер түгел, ваҡыт етмәгән.
Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Көслө ул — олатаһына оҡшаған”, “Бәләкәйҙән шулай ауыр хеҙмәттә сыныҡҡан инде” тип, аңды-тоңдо белеп еткермәйенсә, физик яҡтан өлгөрөп етеү-етмәүен иҫәпкә алмайынса, балаға ауыр эш ҡушыу осраҡтары күҙәтелә, айырыуса ауыл ерҙәрендә. Һөҙөмтәлә егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҡалалағы тиңдәштәренән буйға күпкә бәләкәйерәк була. Ә инде умыртҡа һөйәге, ҡулбаш, аяҡ-ҡул быуындары, тарамыштары нисектер — уныһы иғтибарҙан ситтә ҡала.
Эпостағы “миҙгел етмәү” тигән төшөнсә баланың зиһен кимәленә лә ҡағыла. Мәҫәлән, күпселек атай-әсәй, айырыуса ҡаланыҡылар, бәләкәй баланың һаулығы хаҡында уйлауҙан алда уға белем биреүҙе хәстәрләй башлай. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер милләттәштәребеҙ, урыҫ теленә өҫтөнлөк биреп, сабыйын туған теленән айыра һәм ғүмерлек хата яһай. Ғөмүмән, был хаҡта күп яҙҙыҡ — халҡыбыҙ кәңәштәрҙе аңлап, яңылыш аҙым яһауҙан һаҡланһын ине.
Һүҙ юҡ: баланы белем алырға әҙерләргә кәрәк. Әммә, ни өсөндөр, күпселек атай-әсәй сабыйының өлгөрөп етеү-етмәүенә иғтибар итмәүсән. “Бер йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, балам “А” хәрефен таный, алфавиттан исеменең баш хәрефен дә төртөп күрһәтә”, “Улыма урыҫса һаулыҡ һорашһам, инглизсә яуап ҡайтара ла ҡуя!” тип ғорурланыуҙарҙың киләсәктә ниндәй эҙемтә биререн аңлаһаҡ ине лә бит...
Баланың өлгөрөп етмәгән зиһененә төрлө ғилем нигеҙҙәрен тыңҡыслап тултырып маташҡансы, туған тел байлығына, физик үҫешкә, һаулыҡҡа нығыраҡ иғтибар биреү зарур. Бында ла, әлбиттә, саманы белеү кәрәк. “Урал батыр” эпосында халҡыбыҙ тап шуға ишара яһаған. Баланың тештәре алмашыныуы уның тотош булмышының үҙгәреүен аңлата. Зиһендең нығыныуы ла тап ошо мәлгә тура килә. Баланы юҡтан ғына уҡырға ете йәштән алмайҙар — барыһы ла тәбиғәт ҡанундарына бәйле. Ә уға тиклем зиһен ҡабул итерлек, мейе күҙәнәктәрен уятырлыҡ кимәлдәге күнекмәләр үткәрә башларға мөмкин. Мәҫәлән, бармаҡтар ярҙамында. Халҡыбыҙҙа элек-электән ундай һамаҡлауҙар, әкиәттәр, уйындар, иҫәп-хисап күнекмәләре күп булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе онотолған. Һаҡланып ҡалғандарын тәрбиә эшендә мотлаҡ ҡулланырға кәрәк — баланы физик яҡтан үҫтереү, зиһенде нығытыу йәһәтенән ғәжәп отошло күнегеүҙәр улар.
Эпостағы “Мин ни бирһәм, ашағыҙ” тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе шунда: бала менән өлкән кешенең ашҡаҙандары бер үк түгел. “Талымһыҙ ул — беҙ ашағанды һоғона ла ҡуя”, — тип ҡыуанған ата-әсәнең ҡарашы дөрөҫ түгел. Эпос беҙгә тап шуны аңлатырға теләй.
(Дауамы бар).