Күҙ ҡайҙа – күңел шунда14.02.2014
Күҙ ҡайҙа – күңел шундаГоризонталь буйынса: 4. Шырпы ҡабындағы яҙыу. 9. Күренекле совет офтальмологы, йылҡы үрсетеү менән шөғөлләнгән академик (фотоны ҡара). 10. Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылынан сыҡҡан врач-офтальмолог (фотоны ҡара). 11. Бешә ағасы. 13. Һаҡауҙар врачы. 15. Ялтырмалы ҡармаҡ. 19. Башҡортостанда офтальмологтар мәктәбен ойошторған профессор (фотоны ҡара). 23. “Күрмәгән күҙҙән (…) тишеге яҡшы”. 24. “Эттең күҙе (…)кә төшөр”. 25. Шырпы башындағы химик элемент. 27. “(…)дың күҙенә ҡарама, үҙенә ҡара”. 28. Медицинала ҡулланыла торған тиҙ осоусан, ҡырҡыу еҫле, төҫһөҙ шыйыҡлыҡ. 29. “Ҡояш газы”. 30. Самолет гаражы. 32. Башҡалар белергә тейеш булмаған йәшерен мәғлүмәт. 36. Ватикан дипломаты. 37. Төрлө нәмәнең тышҡы дәүмәле. 38. “Көйә торған” һарыу. 40. Факультет етәксеһе. 41. Кийлы өҫтәл уйыны. 44. Афиша йәбештерә торған тәпәшәк бағана. 45. Фанераның бер ҡаты. 46. Ҡара ҡылау тип аталған күҙ ауырыуы. 48. Оҙонсараҡ киң япраҡлы, оҙон яланғас һабаҡлы, көрәнерәк суҡ орлоҡло ҡыр үләне. 50. Рәсәйҙең “кәләштәр ҡалаһы”. 51. Дини идаралыҡ. 53. Шыйыҡ көйөнсә медицинала ҡулланыла торған газ. 54. Тарих музаһы. 55. Башҡалар иҫәбенә йәшәгән кеше. 57. Израилдең рәсми теле. 58. Суҡышы менән тимер сымды өҙә алған тутыйғош. 59. “Күҙ – матурҙы, (…) – тәмлене ярата”.

Вертикаль буйынса: 1. “Балыҡ көнө”. 2. “Күҙең менән һайлама, (…)ың менән һайла”. 3. Скальпель хирург ҡулында. 5. Ит манып ашау өсөн әҙерләгән һимеҙ һурпа. 6. Был музыка ҡоралына Антонио Вивальди күп әҫәрҙәрен яҙған. 7. Ярҙан карапҡа менә торған баҫҡыс. 8. Анемияла файҙалы алма менән грушаға оҡшаған көньяҡ емеше. 12. Ғөрөф-ғәҙәт. 14. Хәҙерге “ауыр” музыка. 15. Күҙҙәрҙең ике яғында урынлашҡан “баҫыу”. 16. Күгәрсен районынан сыҡҡан ғалим, Марат Аҙнабаевтың уҡыусыһы (фотоны ҡара). 17. Мөгөҙлө дельфин. 18. “Күҙлекле” йылан. 19. Ләхетле соҡор. 20. Тәҙрә төбөндәге йөҙйәшәр гөл. 21. Йәмшәйгән квадрат. 22. Тромблы ҡан тамыры. 26. Глаукоманы өйрәнеүсе фән. 27. Канапе тигән мебель. 29. Даян Мурзин “ҡара” офицер булараҡ. 31. Теркәү эше. 33. Сүл-далала йөк артып, аллы-артлы теҙелеп барған хайуандар төркөмө. 34. Өфөләге күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының директоры (фотоны ҡара). 35. “(…)ң һуҡыр булһа, күҙеңде ҡыҫ”. 37. Тонтон-макуттар дәүләте. 39. “Ауыл – ауыҙ, (…) – ҡолаҡ, ҡыр – күҙ”. 42. Ҡулъяҙманың аҡҡа күсерелмәгән тәүге һыҙмалары. 43. Үҙ эшенә мөкиббән бирелгән окулист. 47. Кеше ташыусы “Икарус”. 49. Усаҡ-мейестең ауыҙы өҫтөндәге һикәлтә. 52. “Күңеле һуҡырға моңдаш булма, күҙе һуҡырға (…) булма”. 56. “Алтын ҡомһоҙҙоң күңелен (…)ҡа, күҙен аҡҡа әйләндерә”.


Вернуться назад