Логопедты тыңлайыҡ14.02.2014
Йыш ҡына насар һөйләшкән балалар насар туҡлана ла. Улар итте генә түгел, ә алма, кишерҙе лә өнәмәй. Был ауыҙ мускулдарының көсһөҙлөгө менән билдәләнә. Шуның өсөн:
- мотлаҡ рәүештә балағыҙға сәйнәү өсөн кипкән икмәк, бөтөн йәшелсә-емеш һәм киҫәкле ит бирегеҙ;
- сикә һәм тел мускулдары үҫешһен өсөн балағыҙҙы ауыҙҙы дөрөҫ сайҡатырға өйрәтегеҙ;
- сикәләргә тын тултырырға, тынды тота белергә һәм бер сикәнән икенсеһенә күсерергә өйрәтегеҙ;
- балағыҙҙан аҙ хәрәкәтле эштәр башҡартырға онотмағыҙ.
Нисек кенә ҡыйын булмаһын, төймәләрен үҙе эләктерһен, ботинка бауҙарын бәйләһен, еңен үҙе һыҙғанһын. Өҫтәүенә, был күнекмәләрҙе ҡурсаҡтары йәки һеҙҙең менән эшләһен. Бала был эштәрҙе ни тиклем тиҙерәк башҡара башлаһа, уның теле лә аңлайышлыраҡ була барасаҡ.
Бала саҡта нимәлер әүәләү файҙалы. Күпселек әсәләр балаларына ҡайсы тоттормай. Башҡа балалар менән бер рәттән, һеҙҙең балағыҙ ҙа төрлө фигуралар киҫһә, уның ҡулдары өсөн яҡшы күнекмә буласаҡ.