Нисек тормоштоң йәмен, тәмен тойоп, һәр көндән ҡәнәғәтлек алып ғүмер кисерергә? Билдәле психолог Соня Любомирскаяның был маҡсатҡа яҡынлашыу юлдарын һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ. 1. Рәхмәтле була белегеҙ. Һеҙгә яҡшылыҡ эшләгән кешеләрҙе онотмағыҙ. Улар көтмәһә лә, шылтыратып йәки яндарына барып, хәлдәрен белегеҙ, рәхмәтегеҙҙе еткерегеҙ.
2. Киләсәккә өмөт менән ҡарағыҙ. Бер үк ваҡиғаны төрлөсә ҡабул итергә мөмкин. Иң фажиғәле хәлдән дә ҙур аҡыл һәм көс алып сығырға була.
3. Үҙегеҙҙе башҡалар менән сағыштырмағыҙ. Бәхетлеләр башҡаларҙың уңыштарын, уңышһыҙлыҡтарын барламай, ә үҙҙәрен элекке көслө, матур саҡтары менән сағыштыра, эштәрен баһалағанда йөрәк тауышына ҡолаҡ һала.
4. Изгелек ҡылығыҙ. Эскерһеҙ күңелдән башҡарылған эштәр, бәләкәй генә булһа ла, тормошобоҙҙо мәғәнәле, ҡотло итә.
5. Башҡалар менән матур мөнәсәбәт ҡороғоҙ. Аралашыу өсөн сәбәп кәрәкмәй, кешеләргә бер йылы һүҙ етә.
6. Ҡыйынлыҡтарға ҡаршы тороп өйрәнегеҙ. Килеп тыуған ауырлыҡты еңәһе урынға мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау менән шөғөлләнмәгеҙ.
7. Ғәфү итә белегеҙ. Һеҙҙе рәнйеткән кеше менән аралашып йәшәмәһегеҙ ҙә күңелегеҙҙән уны кисерегеҙ. Бәхетлеләр генә үпкәләү-рәнйеүҙәрҙән юғарыраҡ.
8. Һәләттәрегеҙ тулыраҡ асылырлыҡ, булмышығыҙ балҡырлыҡ шөғөл менән булышығыҙ. Хатта иң ғәҙәти, күңелһеҙ күренгән эш тә, йөрәк көсөңдө һалһаң, ҙур ҡәнәғәтлек бирә.
9. Йәшәү йәмен тойоп ғүмер итегеҙ. Бәләкәй генә шатлыҡты йәки яҡшы хәбәрҙе лә ҙур күреп ҡабул итегеҙ. Һоҡланып йәшәгән кешегә тормош — үҙе бер мөғжизә.
10. Алдығыҙға лайыҡлы маҡсаттар ҡуйығыҙ. Улар тормошҡа ашырлыҡ булһын, һеҙҙе алға, бейегерәк үрҙәргә илтһен.
11. Рухығыҙҙы байытығыҙ. Рухи үҫеш күңелдә тыуған күп ҡатмарлы һорауҙарға яуап бирә.
12. Тән сәләмәтлеге тураһында ла ҡайғыртығыҙ. Йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ, даими гимнастика яһағыҙ. Медитация ла күңелебеҙҙәге, тәнебеҙҙәге үҙгәрештәргә һиҙгер булырға ярҙам итер.