Ялған аҡса күбәйгән14.02.2014
Ялған аҡса күбәйгәнХоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, һуңғы арала республикала ялған аҡса табыу осраҡтары артҡан. Тартып алынған аҡсаларҙың күбеһе — мең һумлыҡ купюралар. Полиция хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, уларҙы ысын аҡсанан айырыуы бик ҡыйын, сөнки сифатлы эшләнгәндәр. Унда хатта һыу билдәләре лә бар. Шулай ҙа уларҙы ысынынан айырырға мөмкин.
Ялған купюраларҙы ысын аҡсанан “Рәсәй банкы” тип яҙылған һүҙҙәрҙән һәм һул яҡтағы билдәнән айырырға була. Йәғни ысын купюрала ул айырылып тора, быны ҡул менән дә һиҙергә мөмкин. Ә ялған аҡсалар шыма.
Бынан тыш, ялған аҡсала уң яҡтағы герб бер төҫ менән генә емелдәй, ә ысын купюрала ике төҫ ҡулланылған: ҡыҙыл һәм ҡуңыр. Ысын аҡсаны иңкәйткәндә йәйғор төҫтәре менән балҡый, ә ялған купюрала улар юҡ.
Ялған аҡсала тишеп эшләнгән ваҡ һандарҙы ҡул менән һиҙергә мөмкин, ә ысын аҡсала ул һиҙелмәй.
Шулай уҡ ысын аҡсаны 90 градусҡа иңкәйткәндә кип-эффект һәм рр хәрефтәре күренә. Улар Рәсәй аҡсаһы тигәнде аңлата. Ялған купюрала бындай кип-эффект юҡ.
Биш меңлек купюраларҙы асыҡлауы бик ауыр, сөнки улар юғары сифатлы була. Әгәр ҙә купюраның серияһы БМ, ВИ, ЕК, МА, АВ, ВМ, БВ, БА хәрефтәренә башланһа, һатып алыусыға иғтибар итергә һәм уның билдәләрен хәтерҙә ҡалдырырға кәрәк.
Полиция хеҙмәткәрҙәре ябай халыҡты ла, эшҡыуарҙарҙы ла иғтибарлы булырға саҡыра. Эшҡыуарҙарға иһә алданмаҫ өсөн махсус ҡорамал һатып алырға кәңәш ителә, сөнки ялған аҡсаларҙың артыуын иҫәпкә алғанда, был – көнүҙәк мәсьәлә.


Вернуться назад