Йәшел сәйҙең файҙаһы14.02.2014
[thumb=left]https://bash.bashgazet.ru/uploads/posts/2014-02/1392312572_yashel-say.jpg[/thumb]Йәшел сәй донъялағы иң боронғо эсемлектәрҙән һаналһа ла, Европала ул XVIII быуатта ғына ҡулланыла башлай. Хәҙерге заманда кешеләр һаулыҡтың тәбиғи сығанаҡтарына өҫтөнлөк бирергә тырыша. Шуға ла был файҙалы эсемлектең популярлығы йылдан-йыл арта.
Йәшел сәй һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Төрлө ил институттарындағы заманса тикшеренеүҙәр уның дауалау үҙенсәлектәрен иҫбатлаған. Был эсемлекте күп төрлө ауырыуға ҡаршы көрәш сараһы итеп ҡулланалар.
Йәшел сәйҙең файҙаһы:
l кеше организмының һыуыҡ тейеүгә ҡаршы тороусанлығын арттыра;
l холестерин кимәлен кәметә;
l ҡан системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта;
l ҡан баҫымын түбәнәйтә;
l диабетты дауаларға ярҙам итә (ҡандағы шәкәр кимәлен нормала тота);
l бөйөрҙәр функцияһын яҡшырта;
l ашҡаҙан-эсәк юлдарына яҡшы йоғонто яһай;
l организмды токсиндарҙан таҙарта.
Күп төрлө медицина үҙәктәренең тикшеренеүҙәре иҫбатлауынса, йәшел сәйҙе даими файҙаланыу онкология ауырыуҙары үҫеше ҡурҡынысын кәметә. Составында фтор булғанға күрә, был эсемлек тештәрҙе кариестан һаҡлай һәм теш ҡаҙнаһы ауырыуҙарын иҫкәртә.
Йәшел сәйҙе физик һәм аҡыл көсө күп талап ителгән кешеләргә эсергә кәрәк, сөнки ул иғтибарҙы арттыра, нервыларҙы тынысландыра һәм хәтерҙе яҡшырта. Йәшел сәйҙәге катехиндар тән күҙәнәктәрен ҡартайыуҙан һаҡлай.
Йәшел сәйҙең кеше организмына ыңғай йоғонтоһо һанап бөткөһөҙ. Япондар фекеренсә, был шифалы эсемлек 61 сирҙән дауалай һәм оҙаҡ йәшәүҙең сере булып тора.


Вернуться назад