- Бысаҡты үткерләр алдынан аш тоҙо иретмәһенә тығып алығыҙ. Эҫе һыу менән йыуһаң, ул тупаҫлана.
- Буялған иҙәнде содалы йә һабынлы һыу менән йыуырға ярамай, төҫһөҙләнә. Уны ялтыратыр өсөн бер биҙрәгә 1 – 2 аш ҡалағы нашатыр спирты һалып, йылы һыу менән йыуыу етә.
- Сәтләүекте бер нисә минутҡа ҡайнар һыуға һалһағыҙ, еңел ярылыр.
- Бешергәндә бәрәңге ярылмаһын өсөн саҡ ҡына тоҙло кәбеҫтә һыуы өҫтәргә кәрәк.
- Аҙыҡтағы витаминдар һаҡланһын өсөн бешергәндә ағас ҡалаҡ менән бутайҙар.
- Колбасаның ҡырҡылған урынына лимон киҫәге ябып ҡуйһаң, ул оҙағыраҡ һаҡлана.
- Балыҡтың еҫен бөтөрөү өсөн, ҡыҙҙырыр алдынан ваҡ тоҙ һибеп, 10 – 15 минутҡа һеркәле һыуға һалырға кәрәк.
- Сей һуған киҫәге менән көҙгөнө һөртөп сыҡҡанда, уға себен ҡунмай.
- Өй мөйөштәренә ҡәнәфер һибеп сыҡһағыҙ, ҡырмыҫҡа эйәләшмәҫ.
- Эсе эмалле газ мейесен таҙартыу өсөн ҙур табаға “Фейри” шыйыҡсаһын һалып, уны 100 градусҡаса йылытабыҙ. Шул килеш уны ярты сәғәткә ҡалдырығыҙ. Артабан мейесте һүндереп, стеналарын һөртөп кенә алырға кәрәк.
- Балаларҙың тәне боҙолһа, зеленка урынына тетрациклин майы ҡулланыу файҙалыраҡ. Ул яраны бөтәштерә һәм киптерә.
- Йәмле, ҡотло аш бүлмәһе – хужабикәнең йөҙө. Ул – күңел күтәренкелеге, яҡшы кәйеф бирә алыусы айырым бер урын. Бында ғаилә бергә йыйыла, мәшәҡәтле эш көнөнән һуң тәүге ял минуттары ошонда үтә. Өҫтәлгә ҡуйылған тәмле ризыҡ, аш бүлмәһенең күркәмлеге яҡшы кәйеф бүләк итә.
- Аш-һыу бүлмәһен ремонтлағанда унда иркенлек, уңайлылыҡ тыуҙырыу маҡсат итеп ҡуйылһын. Обой, тәҙрә пәрҙәләрен һәр хужабикә үҙ зауығына ҡарап һайлай, шулай ҙа йәшел төҫ тынысландыра, зәңгәр төҫтөң сафлыҡ, иркенлек биреүен иҫтә тотоу мөһим.
Ә бына ғалимдар фекеренсә, ҡыҙғылт-һары төҫ кәйефте күтәреп кенә ҡалмай, ашалған ризыҡты эшкәртеүгә лә булышлыҡ итә.