Һыу фильтрын нисек һайларға?14.02.2014
Һыу фильтрын нисек һайларға?Беҙ эскән һыу – һаулыҡтың нигеҙе. Быны белгестәр күптән иҫбатлаған. Ләкин крандан аҡҡан һыуҙың сифаты кемде ҡәнәғәтләндерә икән? Хәҙер магазин кәштәләрендә ниндәй генә фильтр төрө юҡ. Теләгәнеңде һайлап ал. Шулай ҙа уның сифатлы, уңайлыһын бергәләп эҙләп ҡарайыҡ әле.

Көршәк
Эш принцибы: һыу бер көршәктән икенсеһенә фильтр аша ағып сыға.
Ыңғай яҡтары: һыу торбаларына тоташтырыу еңел, ябай, гел ҡарап торорға кәрәкмәй. Алмаштырыуы уңайлы. Осһоҙ. Йәйге өй, яңғыҙҙар, офис өсөн уңайлы.
Кире яҡтары: һыу торбаларына тоташтырыла торған фильтр менән сағыштырғанда, сифаты түбәнерәк. Күләме ни бары — 1,5 литр тирәһе. Уға гел һыу һалып торорға кәрәк. Бер һауыттан икенсеһенә ҡойоу ҙа әллә ни уңайлы түгел.

Һыу фильтрын нисек һайларға?Кранға беркетелгән фильтр
Эш принцибы: фильтр һыу кранына беркетелә һәм таҙа һыу шуның аша үтә.
Ыңғай яҡтары: осһоҙ. Аппарат ҙур түгел, шуға алыҫ юлға йә йәйге баҡсаға алып барыуы уңайлы.
Кире яҡтары: минутына ярты литр самаһы ғына һыу таҙарта. Һыуҙы һаҡлау өсөн махсус һауыт кәрәк. Фильтрҙы һауыт-һаба йыуғанда һүндереп тороу талап ителә.

Айырым кранлыһы
Эш принцибы: бөгөн иң уңайлы фильтрҙарҙың береһе. Һыу торбаларына беркетелә һәм махсус кран өҫкә сығарыла.
Ыңғай яҡтары: күпме кәрәк, шунса һыу ҡойоп алырға була. Ҡулланыуҙа яйлы.
Кире яҡтары: ҡыйбат. Даими рәүештә фильтрҙы асып, деталдәрен алмаштырып торорға кәрәк. Уларҙың да хаҡы арзан түгел.


Вернуться назад