Ҡулдан аҡса китмәһен14.02.2014

Ҡулдан аҡса китмәһен  - Өйҙә һыҙғырмағыҙ;
- янсыҡтағы ваҡ аҡсаны һанамағыҙ;
- ҡояш байығандан һуң сүп-сар ташламағыҙ;
- аҡсаны өҫтәлгә һалмағыҙ;
- төрлө һепертке менән иҙән һепермәгеҙ;
- өҫтәлдән валсыҡты ҡул менән һыпырмағыҙ;
- янсығығыҙҙы буш ҡалдырмағыҙ;
- кис аҡса һанамағыҙ;
- төрлө валюталы аҡсаны бергә тотмағыҙ;
- бурысҡа алған аҡсаны кис түгел, иртәнсәк ҡайтарығыҙ;
- аҡсаны уң ҡул менән алығыҙ, һулаҡайы менән бирегеҙ;
- урам сатында табылған аҡсаны алмағыҙ.

Матур кейенегеҙ

Бәйләнгән ҡышҡы кейемдәрҙе йыуғанда иң һуңғы һыуға бер аш ҡалағы глицерин өҫтәһәгеҙ, кейемдәрегеҙ йомшаҡ булып кибер, ултырмаҫ.
Иҫке аяҡ кейемен яңыртыр өсөн уны әфлисун ҡабығы менән ышҡығыҙ йәки бер нисә тамсы һөт ҡушылған скипидар ҡатнашмаһы һөртөгөҙ.

Быйма төпләйек

Кейеҙ ярайһы уҡ тиҙ туҙа. Шуға быйманы ваҡыты-ваҡыты менән төпләргә тура килә. Бының иң уңайлы ысулы – иҫке капрон ойоҡто иретеп, быйма табанын төпләү. Капрон ойоҡтан 2-3 сантиметрлыҡ киҫәктәр ҡырҡып алып, уларҙы утта иретергә һәм быйма табанына йәбештерергә кәрәк. Капрон һыуып өлгөрмәҫ борон алдан әҙерләп ҡуйған ямаулығығыҙҙы беркетеп ҡуйығыҙ.

Телефон һыуыҡта эшләмәһә...

Кеҫә телефонын йылыраҡ кеҫәгеҙгә һалығыҙ. Һыуыҡта уны һөйләшкәндә генә сығарығыҙ. Сатлама һыуыҡта чехол ҡулланығыҙ. Йылы бинаға ингәс тә кеҫә телефонының тирләүе ихтимал. Һөҙөмтәлә эстәге деталдәргә һыу үтәсәк. Шуға күрә йылыға инеү менән батареяһын ун минутҡа алып тороғоҙ.


Вернуться назад