Йоҡлар алдынан бүлмәне мотлаҡ елләтеп алығыҙ.
Ятырҙан алда бер стакан йылы һөт йәки ҡатыҡ эсегеҙ. Йоҡоһоҙлоҡтан йонсоғандарға ҡайнар йәшел сәйгә бер балғалаҡ бал ҡушып бутау файҙаға булыр.
Йоҡлаған мендәрегеҙ бейек булмаһын, сөнки умыртҡа һөйәге үҙенең тәбиғи формаһын алырға тейеш. Бейек яҫтыҡ иһә был мөмкинлекте бирмәй һәм, ғәҙәттә, остеохондроз, сколиоз кеүек ауырыуҙарҙан яфаланыуға килтерә.
Йәйгеһен киптерелгән ҡомалаҡтан яҫтыҡ эшләгеҙ.
Карауат ҡаршыһына көҙгө ҡуйырға кәңәш итмәйбеҙ, сөнки ундағы һеҙҙең сағылыш тыныс йоҡларға ирек бирмәҫ, һаташтырыр. Шулай уҡ йоҡо бүлмәһенә ағын һыу, ажарланған йәнлек һүрәттәрен элмәгеҙ.
Йоҡонан уянғас, ҡапыл ырғып тормағыҙ. Тәүҙә яҙылып алығыҙ, үҙегеҙгә массаж эшләгеҙ. Ҡолаҡтарҙы ҡыҙҙырғансы ышҡығыҙ. Бер нисә күнегеү яһағыҙ.