Һалҡын көндәр башланыу менән күптәр тымауҙан, йүтәлдән яфалана. Ҡайһы берәүҙәрҙең быға тиклем йәшеренеп килгән сирҙәре, шул иҫәптән бронхит та киҫкенләшә: йүтәл көсәйә, тын ҡыҫыла, кеше үҙен насар тоя, тиҙ арый, төнөн тирләй. Тән температураһы юғары була.
Ауырыуҙан йонсоған кеше дарыуханаға йүгерә. Ә кемдер күптән һыналған, йоғонтоло халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итә. Беҙ ҙә гәзит уҡыусыларға ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған бер нисә рецепт тәҡдим итмәксе булдыҡ.
* 5-әр грамм үгәй инә үләне япрағы, ҡара өсҡат сәскәһе, бәпкә үләне ҡатнашмаһын бер стакан ҡайнар һыуҙа бешерергә. Йылы итеп урап, 1 сәғәткә ултыртып торорға. Һөҙөп алғас, көнөнә өс тапҡыр эсергә.
* Таҙа ҡайын дегетен ярты стакандан әҙерәк ҡайнаған һыуға 5 – 10 тамсы тамыҙып, ашар алдынан көнөнә өс-дүрт тапҡыр эсергә.
* Ике өлөш үгәй инә үләне япрағын, 1 өлөш мәтрүшкәне, 2 өлөш ромашка сәскәһен бутарға. Ике аш ҡалағындай ҡатнашманы 500 г ҡайнар һыуға һалып, 5 – 6 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп алғас, ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр яртышар стакан эсергә.
* 4 өлөш һаҙанаҡ үләнен, 1 өлөш ҡайын бөрөһөн, 2 өлөш мәтрүшкә үләнен, 1 өлөш кесерткән япрағын ваҡлап, ныҡлап бутарға. 2 аш ҡалағы ҡатнашманы 500 г ҡайнар һыуға һалып, ун минут ҡайнатырға ла 30 минутҡа ҡалын сепрәккә төрөп ултыртырға. Һөҙөп алғас, ашағандан һуң көнөнә өс тапҡыр өстән бер өлөшөн эсергә.
* 100 г йөҙөмдө ваҡларға ла, өҫтөнә бер стакан һыу ҡойоп, ун минут һүрән утта ҡайнатырға. Марля аша һөҙөп, көнөнә бер нисә тапҡыр эсергә.