“Онотолмай тәүге мөхәббәт...”14.02.2014
Ул – минең тәүге мөхәббәтем һәм һуңғыһылыр, моғайын. Мәктәп йылдарынан уҡ оҡшаттым. Ул да мине ярата ине. Осраша башланыҡ. Күргән һайын күңелем уға тартылды, унан башҡа берәү ҙә кәрәкмәй, хатта унһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтереүҙән ҡурҡтым.

Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә уҡырға киттем, ул ауылда ҡалды. Әрме сафында хеҙмәт итте, көтөп алдым. Йәйге каникул осоронда кейәүгә сығырға тәҡдим итте. Мин, бындай аҙымдың ҡасан булһа ла яһалырын белгәнгә күрә, уҡыуҙы тамамлағанымды көтөргә ҡуштым. Башта ризалашҡандай булды, аҙаҡ ни ишетәм: күрше ауыл ҡыҙына өйләнгән...
Шул саҡтағы кисерештәрем, янып-көйөүҙәрем... Һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Тәүҙә үҙемде ғәйепләнем, ниңә риза булманым, тип битәрләнем, сәстәремде йолҡтом. Аҡрынлап, бер йылға ла түҙергә риза булмағас, тимәк, мине яратмаған тигән фекергә килдем. Башҡалар менән осраша башланым, әммә һәр береһен уның менән сағыштырҙым, уларҙа тәүге мөхәббәтемдең һыҙаттарын эҙләнем. Ятһам да, йөрөһәм дә, гел генә күҙ алдымдан китмәне. Көн-төн уның хаҡында уйланам, хыялланам. Кейәүгә сығырға тәҡдим итеүселәрҙең берәүһенә лә риза булманым. Йылдар аяуһыҙ, ун йыл тирәһе ваҡыт үтеп тә киткән. Көндәрҙең береһендә йәнә уны осраттым. Күрҙем дә ҡаушап киттем. Күҙҙәрендәге һағыш йөрәгемде телгеләне, һөйгәнемдең ни тиклем бәхетһеҙ икәнлеген тойоу, ғаиләле булып та яңғыҙ аҡҡош кеүек зар-интизар булып йәшәүендә ни өсөндөр үҙемде ғәйепле һананым. Күҙҙәремә ҡарап: “Башҡаса һине юғалтҡым килмәй”, – тигән һүҙҙәре өсөн генә лә әллә күпме ҡаршылыҡтар аша атларға риза инем. Әммә саҡырған еренә ул тағы килмәне. Был юлы ла ҡурҡып ҡалды, барыһын да яңынан башларға үҙендә көс тапманы, буғай. Мин тағы, буш вәғәҙәләргә алданып, яңғыҙ ҡалдым.
Эйе, мин һаман да уны онота алмайым, һағынам, юҡһынам. Тик уның менән осрашыр минуттарҙы ғына зарығып көтәм. Ә улар булырмы? Йырҙарҙа йырланғанса, “онотолмай тәүге мөхәббәт”...
Заһиҙә.


Вернуться назад