Һөйгәнеңә нимә бүләк итергә?14.02.2014
Һөйгәнеңә нимә бүләк итергә? 1. Йөрәк формаһындағы һауытҡа һалынған тәм-томдар. Матур ҡумта һатып алып, унда һөйгәнегеҙ яратҡан шоколад, кәнфит, печенье тултырығыҙ.
2. Йөрәк биҙәктәре төшкән гәлсәр фужерҙар йәки матур, затлы быяланан эшләнгән бокалдар. Тик улар мотлаҡ икәү булырға тейеш.
3. Тышлығында йөрәк һүрәте булған, ә тәүге биттәренә икегеҙҙең дә иң бәхетле минуттарҙа төшкән фотоларығыҙ ҡуйылған альбом.
4. Хуш еҫле майшәмдәр. Уларҙы 14-ендә киске табында ҡабыҙырға онотмағыҙ.
5. Мөхәббәт йырҙары, моңдары яҙылған диск.
6. Һөйгәнегеҙ менән икегеҙ төшөрөлгән, изге теләктәр яҙылған календарь. Уны фотоүҙәктә йәки махсус студияла эшләтергә мөмкин.
7. Бирсәткәләр. XVII быуаттан башлап Европаның күп илдәрендә улар Изге Валентин көнөнә иң һәйбәт бүләк һанала.
8. Ресторанға йәки кафеға саҡырыу. Хистәрегеҙҙе белдереү өсөн шунан да уңайлыраҡ урын булмаҫ.
Ниндәй генә бүләк һайлаһағыҙ ҙа, мөхәббәтегеҙҙе белдергән матур һүҙҙәр яҙылған кескәй открыткалар – “валентинка”лар һалырға онотмағыҙ.


Вернуться назад