14 февралдә бөтөн донъяла Ғашиҡтар көнө билдәләнә. Изге Валентин байрамы тип тә йөрөтәләр уны. Асылда был байрам Европанан килеп ингән. Уның барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе булған Валентин хаҡында мәғлүмәттәр аҙ. Ул III быуатта Рим империяһының Терни ҡалаһында йәшәгән. Ә был ваҡытта император Клавдий, ваҡыттарын тиккә уҙғармаһындар тип, үҙенең ғәскәрендәге легионерҙарға өйләнергә рөхсәт бирмәгән.
Ләкин ғашиҡтарҙың бер-береһенә булған мөхәббәтен күргән Валентин уларҙы йәшереп кенә өйләндергән. Тик изге эше оҙаҡҡа бармаған. Бер ваҡыт сираттағыларҙың яҙмыш ептәрен бәйләгәндә уны ҡулға алалар һәм төрмәгә ултырталар. Бында уға төрмә хужаһының һуҡыр ҡыҙы ғашиҡ була. Тик егеткә өйләнергә яҙмай.
14 февралдә уны язаға тарттыралар. Үлер алдынан Валентин төрмә хужаһының ҡыҙына тетрәндергес хат яҙып ҡалдыра. Бына шунан бирле Ғашиҡтар көнө билдәләнә. Был көндә ғашиҡтар бер-береһенә мөхәббәтен белдерә, үҙҙәренә генә оло байрам ойоштора.
Ҡайҙа, нисек?..
* Рәсәйҙә Ғашиҡтар көнө күптән түгел генә билдәләнә башланы һәм тиҙ арала халыҡ араһында популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
* Бразилияла, открыткалар, сәскәләр һәм тәмлекәстәрҙән тыш, ғашиҡтар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙар менән алмаша.
* Инглиздәр, боронғо йолаларын онотмайынса, был көндә валентинкаларҙан лотерея уйыны ойоштора.
* Италияла ҡыҙҙар, йөрәк формаһындағы “валентинка”ны ҡап уртаға бүлеп, яртыһын дөйөм тоҡҡа һала, икенсе яртыһын үҙендә ҡалдыра. Тоҡтағы
яртышар йөрәктәрҙе егеттәр тартып сығара һәм “валентинка”ның йыртылған эҙҙәре буйынса мөхәббәтен эҙләй.
* Испанияла ир-егеттәр һөйгән йәрҙәренә мотлаҡ аҡһыл-ҡыҙыл раузалар бүләк итә.
* Америкала иһә гүзәл заттар был көндә яратҡан кешеләренә яҙмыштарын, тормоштарын бәйләргә тәҡдим яһарға хоҡуҡлы. “Юҡ” тип яуаплаған егет ҡыҙға ебәктән тегелгән ҡыҙыл күлдәк алып бирергә бурыслы. Бындай бүләк менән ҡыҙ башҡа егеткә оҡшарға тейеш тип иҫәпләнә.
* Францияла байрам көнөндә барыһын да ҡотлайҙар, хатта йорт хайуандарын да, эйәләштерелгән ҡоштарҙы ла. Ә һуңғы ваҡытта был илдә матбуғат биттәрендә баҫылған “валентинка”лар популярлыҡ яулай бара.