Йорт комитеттары — ҙур көс12.01.2012
Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығында күп фатирлы йорттарға идара итеү йорт комитеттары рәйестәренә күсте. Бынан ары улар идарасы компаниялар һәм ресурстар менән тәьмин итеүселәр алдында үҙ мәнфәғәттәрен яҡлау мөмкинлегенә эйә. “Башҡортостандың йорт комитеттары союзы” йәмәғәт хәрәкәте ойошторолоп, Яңы йыл алдынан ғына Өфөлә уның беренсе съезы үтте.
Йорт комитеттары рәйестәренә Торлаҡ кодексында нығытылған билдәле бер хоҡуҡтар бирелде. Ике ай эсендә 10 меңгә яҡын йорт комитеты төҙөлдө. Республикала күп фатирлы 12 377 йорт булыуын иҫәпкә алғанда, бындай комитеттар ярайһы уҡ ҙур көстө тәшкил итә.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеү төҙөү тармаҡта яңыртыу эштәрен башлау мөмкинлеге биргән тағы ла бер мөһим ваҡиға булды. Республика Хөкүмәте, Һаҡлыҡ банкы һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды араһындағы был килешеү “Сочи-2011” Х Халыҡ-ара инвестиция форумына ярашлы төҙөлдө.
Документ республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығын яңыртыу, ошо өлкәләге хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь төҙөкләндереүҙең төбәк системаларын ойоштороу буйынса программаларҙы һәм инвестиция проекттарын берлектә эшләүгә һәм тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә. Һөҙөмтәлә республика өс, иң күбе биш йыл эсендә тотош торлаҡ фондына капиталь ремонт үткәреү мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Республика Президенты Рөстәм Хәмитов “Сочи-2011” инвестиция форумында ошо хаҡта хәбәр иткәйне инде.
Республика халҡы иҫке торлаҡтан ҡотола башланы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фонды аҡсаһын йәлеп итеп, капиталь төҙөкләндереү иҫәбенә 17 меңдән ашыу кеше йәшәү шарттарын яҡшыртты. Күп фатирлы 75 йортҡа ремонт яһалды. 2011 йылда шундай йорттарҙы капиталь төҙөкләндереү буйынса адреслы программа бына ошондай һөҙөмтә бирҙе.
Быйыл Волга буйы федераль округында Башҡортостанға капиталь ремонтҡа һәм граждандарҙы авария хәлендәге иҫке торлаҡтан күсереүгә иң ҙур лимит бүленде. Ошо аҡсаның яртыһы — 280 миллион 293 мең 668 һумы — капиталь төҙөкләндереүгә, ҡалған өлөшө халыҡты авария хәлендәге торлаҡтан күсереү өсөн тотоноласаҡ.
Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Вернуться назад