Юрист кәңәштәре14.02.2014
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Юридик мәсьәләләр борсоһа, һорауығыҙҙы редакцияға яҙып ебәрә алаһығыҙ. Был хоҡуҡтан «Башҡортостан»ды алдырыусылар ғына файҙалана, шуға күрә гәзиткә яҙылыуығыҙҙы раҫлаған квитанция күсермәһен дә конвертҡа һалырға онотмағыҙ.


Спортсылар менән дә килешеү төҙөлә

Спортсылар менән ниндәй хеҙмәт килешеүе төҙөлә, һәм ниндәй осраҡтарҙа ул ярыштарҙа ҡатнаша алмай?
Илгиз.
Нуриман районы.


Яҡтар килешеүе буйынса спортсылар менән билдәһеҙ йәки айырым ваҡыт күрһәтелгән осорға хеҙмәт договоры төҙөлөргә мөмкин. Һуңғыһы спортсы менән уҡыу-өйрәнеү сараларын үткәреү һәм профессиональ спортта ниндәйҙер һөҙөмтәләргә өлгәшеү йәки спортсыларҙың ярыш сәмен арттырыу өсөн эшләнә. Документта спортсының көн тәртибен теүәл үтәүе, ярыштарға әҙерләнеү планын тулыһынса атҡарыуы, эш биреүсе күрһәтмәһе буйынса ғына бәйгеләрҙә ҡатнашыуы, допинг контролен үтеүе кеүек шарттар мотлаҡ сағылыш табырға тейеш.
Бынан тыш, хеҙмәт договорына ҡул ҡуйыр алдынан спортсылар медицина тикшереүен үтергә бурыслы.
Рәсәй Хеҙмәт кодексының 348.5-се статьяһында әйтелеүенсә, эш биреүсе ике осраҡта – спортсы квалификацияһынан мәхрүм ителһә һәм Бөтә Рәсәй Спорт федерацияһының спорттың ниндәйҙер төрө буйынса нормаларына һәм ошо уҡ Федерацияның раҫланған талабына ярашлы – спортсыны ярыштарҙа ҡатнашыуҙан тыя ала.

Үҙе ҡул ҡуя алмай

Ун һигеҙ йәше тулмаған спортсылар өсөн эш көнө оҙайлылығы нисек билдәләнә?
А. НУРИСЛАМОВ.
Илеш районы.


Ун һигеҙ йәше тулмаған спортсыларға эш көнө оҙайлылығы, Рәсәй Хеҙмәт кодексының 92-се статьяһының беренсе өлөшөндә ҡаралған аҙналыҡ эш ваҡыты нормаһына ярашлы, коллектив договорҙары, килешеүҙәре менән раҫлана. Ошо уҡ документтарға ярашлы, бәлиғ булмаған спортсылар хеҙмәт командировкаларына, өҫтәмә эшкә, төнгө ваҡытта хеҙмәткә, ял һәм эш көнө булмаған байрам көндәрендә йәлеп ителә. Ун һигеҙ йәшлек спортсы менән килешеү атаһының, әсәһенең (опекунының), шулай уҡ опека һәм попечителлек органының ризалығы менән төҙөлә. Хеҙмәткәр исеменән договорға атай йәки әсәй (опекун) ҡул ҡуя. Опека һәм попечителлек органы рөхсәт биргән ҡағыҙҙа 14 йәше тулмаған спортсыға көндәлек эш оҙайлылығы ваҡыты һәм баланың сәләмәтлегенә зыян килтермәҫлек башҡа шарттар күрһәтелә.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.


РЕДАКЦИЯНАН. Дуҫтар! Республикабыҙҙағы барлыҡ ведомстволарға, шулай уҡ урындарҙағы ҡала һәм район хакимиәттәренә мөрәжәғәт итеп, үҙегеҙҙе борсоған юридик һорауҙарға яуап алырға мөмкин. Баш ҡаланың Статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжына ла түләүһеҙ юридик ярҙам һорап шылтыратырға була. Телефон: (347) 228-67-72; электрон почта адресы: uksivt@ uksivt/ru/


Вернуться назад