Тәүәкәстәргә түҙергә ҡала14.02.2014
(Э. Юлбарисов, “Архангелдәр яҡшыраҡ тормошҡа лайыҡ”, 2013 йыл, 19 ноябрь)

Ниһайәт, “Башҡортостан” гәзитендә былтыр 19 ноябрҙә баҫылған “Архангелдәр яҡшыраҡ тормошҡа лайыҡ” тигән мәҡәләгә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан яуап алдыҡ.


Рәсәйҙең Тау фәндәре академияһы академигы, техник фәндәр докторы, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе Эрнст Юлбарисов, райондың рухи һәм мәҙәни яңырыуына ҙур өмөттәр бағлап, йәмәғәтселек иғтибарын ҡайһы бер көнүҙәк мәсьәләләргә йүнәлтергә тырышҡайны.
Автор Мәҙәниәт министрлығы тарафынан раҫланған “2013 — 2015 йылдарға адреслы инвестиция программаһы”нда райондың үҫешенә этәргес булырҙай яңы объекттар исемлеген күрергә теләй. Әммә, беҙгә килгән яуаптан күренеүенсә, ҙур сығым талап иткән объекттар төҙөлөшө әлегә районда ҡаралмаған.
“Архангел районы муниципаль хакимиәте тарафынан эшләнгән һәм Башҡортостандың бюджет инвестициялары буйынса эксперт советы ҡарамағына тапшырылған инвестиция программаһында Тәүәкәстә социаль-мәҙәни үҙәк төҙөү ҡаралмаған, — тиелә яуапта. — Үҙәктең был ауылда киләсәктә төҙөлөүе ихтимал”.
Үкенескә ҡаршы, етди мәсьәләләрҙе күтәргән мәҡәләгә яуаптың үтә ҡыҫҡалығы арҡаһында авторҙың башҡа һорауҙарына төплө аңлатма таба алманыҡ. Һүҙ бит бында бер Тәүәкәс ауылы хаҡында ғына түгел, башҡа тораҡтарҙа ла мәҙәниәт усаҡтары төҙөү, ғәмәлдәгеләрен үҙгәртеп ҡороу тураһында бара. Мәҙәниәт йылы архангелдәр тормошона ниндәй яңы һулыш, проекттар, рухи аҙыҡ алып килеүе хаҡында беҙ ҙә тулыраҡ белергә теләгәйнек.


Вернуться назад