Шундай йәштәштәрем бар14.02.2014
Ғәйшәнең тормошо бөтә һуғыш осоро балаларыныҡы кеүек үтә. Уҡырға ла һуңлап бара, сөнки өҫкә кейергә кейем-һалым да, уҡыу әсбаптары ла юҡ...

Тәүге йылдарҙа дәфтәр урынына иҫке китаптарҙы файҙаланып, юлдар араһындағы буш арауыҡтарға яҙҙыҡ. Перо тапһаҡ, уны таяҡҡа бәйләп, ручка яһаныҡ. Ҡараны ҡайын бәшмәгенән эшләргә өйрәндек. Беҙҙе V–VII класты тамамлаған уҡытыусылар уҡытты. Ауылдашым Ғәйшә иңенә лә ҙур ауырлыҡтар төштө, егерме йылдан ашыу почтальон булып эшләп, шул арала һигеҙ баланы тәрбиәләргә лә өлгөрҙө. Өй һалғанда, ат егеп, урмандан ағас сығарышты. Ире Исмәғил Рауил улы менән мал-тыуарҙы күп тоттолар. Уларҙың үпкәләшеп, бер-береһенән ғәйеп эҙләп ултырырға ваҡыты булманы, һәр көндәре егәрле хеҙмәт менән үтте. Күҙ ҡараштарынан аңлашып, татыу донъя көттө Исхаҡовтар.
Балалар бер-бер артлы үҫә торҙо, үҙ донъяларын ҡороп, төрлө ергә таралышты. Атай-әсәйҙең хәлен белешеп, ярҙам итешеп торалар. Тормош иптәшенең ауырып китеүе, яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм ҡалыуы ла Ғәйшәне һындыра алманы. Байтаҡ йылдар дауахана юлын тапағандан һуң Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына килгәс, өмөттәре ҡабынғандай була. Бер нисә операциянан һуң Исмәғил Рауил улының аҙ ғына булһа ла күрә башлауы ғаилә өсөн оло шатлыҡҡа әүерелә.
Йәштәштәрем яңыраҡ Инйәр ҡасабаһынан фатир һатып алды. Ҡышын унда йәшәһәләр ҙә, йәйен Берештамаҡтағы өйҙәренә юл тоталар. Еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәләр, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, умарта тоталар. Ҡартлыҡ етте, тип ҡул ҡаушырып ултырмаған тынғыһыҙ Исхаҡовтарға ҡарап күңел күтәрелә, йәшәге килеп китә, ти ауылдаштары ла.
Нурулла МИҺРАНОВ,
“Башҡортостан” гәзитенең
штаттан тыш хәбәрсеһе.




Вернуться назад