“Оҙаҡламай декрет ялына сығам. Быйыл 1 ғинуарҙан бала үҫтергән ғаиләләргә пособиелар күләме үҙгәрҙе, тип ишеткәйнем. Ошо хаҡта аңлатһағыҙ ине.
Гүзәл.
Иглин районы”.
Ысынлап та, “Балалы ғаиләләргә дәүләт пособиелары тураһында”ғы Федераль законға үҙгәрештәр индерелде. 1 ғинуарҙан ундай ғаиләләргә түләнеүсе бөтә пособие төрҙәре лә индексациялана, шул иҫәптән сабый тыуғанда бер тапҡыр бирелеүсе һәм йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн түләүҙәр ҙә.
Инфляция кимәлен иҫәпкә алып, пособиелар күләме биш процентҡа арттырылды. Йыл башынан бала тыуған осраҡта бер тапҡыр түләнеүсе пособие күләме 13,7 мең һумға тиклем артты. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн айлыҡ пособие (мотлаҡ социаль страховкаға эйә булмаған хәлдә) тәүге бала өсөн — 2,6 мең һум, икенсе һәм артабанғы сабыйҙар өсөн 5,2 мең һумға етте.
Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин әйтеүенсә, социаль страховкаға ярашлы түләнгән пособиелар ҙа арттырылды. Эшләүсе ҡатын-ҡыҙға йөклөлөк һәм бала табыу буйынса тәғәйенләнгән пособиеның иң юғары суммаһы тулы календарь ай өсөн 44,9 мең һум тәшкил итә. Ул эшләүсе ҡатын-ҡыҙға бала тыуғанға ҡәҙәр 70 һәм сабый донъяға килгәндән һуң йәнә 70 көн өсөн түләнә. Баланы йәш ярымға тиклем тәрбиәләгән өсөн түләнеүсе айлыҡ пособиеның иң ҙур суммаһы (уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә) 18 мең һумға тиклем артты.