Ғариза яҙҙығыҙмы әле?14.02.2014
Ғариза яҙҙығыҙмы әле?
Баш ҡаланың Ирәндек урамындағы Берҙәм иҫәп-касса үҙәгендәге тынлыҡ аптырашта ҡалдырҙы. Халыҡтың коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрен өлөшләтә ҡаплау тураһында ҡарар булғас та, күптәр тейешле документтарҙы йыя һалып, ошо эште хәстәрләргә тотонғандыр кеүек ине.

Күҙаллауҙар дөрөҫкә сыҡманы. Бәлки, сатлама һыуыҡ ҡамасаулай торғандыр... Адреслы социаль түләүҙе тәүге ярты йыллыҡта рәсмиләштереү мөмкинлеге лә теләктәрҙе бер ни тиклем һүрелтеүе бик ихтимал. Әллә был хаҡта белмәй ҡалыусылар ҙа бармы икән, тигән шик тә юҡ түгел.
Ғариза яҙҙығыҙмы әле?
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: адреслы социаль түләүҙәрҙе Башҡортостанда йәшәүсе һәр кемдең алырға хаҡы бар. Бары тик үткән йылда коммуналь хеҙмәттәргә түләү суммаһының 12 проценттан артҡан булыуы шарт. Былтыр был эш бер ниндәй ығы-зығыһыҙ, автоматик рәүештә башҡарылһа, был юлы торлаҡ хужаһының социаль ярҙам алыуға ғариза менән мотлаҡ мөрәжәғәт итергә тейешлеге өфөләрҙә ғәжәпләнеү тыуҙырҙы. Һәр торлаҡ хужаһы, иҫәп-хисап тураһында бөтә мәғлүмәт Берҙәм иҫәп-касса үҙәгендә булыуына ҡарамаҫтан, ни өсөн тағы ла документтар туплау кәрәклеге, ысынлап та, аңлашылып бөтмәй. Өҫтәүенә адреслы социаль түләүҙәр килемеңдең күпме булыуына бәйле лә түгел.
Компенсация тураһында ишетмәй ҡалған кешеләр (күршеләрегеҙ булһа, улар, туғандарығыҙ) адреслы социаль түләүҙәрҙе алыу өсөн ғариза менән халыҡты социаль яҡлау идаралыҡтарына, Берҙәм иҫәп-касса һәм күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Түбәндәге документтар талап ителә:
— социаль түләү алыуға ғариза;
— паспорт (күсермәһе менән);
— торлаҡҡа хоҡуҡты раҫлаған документ (күсермәһе менән);
— аҡса күсереләсәк банк реквизиты;
— һуңғы ай өсөн коммуналь хеҙмәттәргә түләү квитанцияһы (күсермәһе менән).
— 3 февралгә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, коммуналь хеҙмәттәр өсөн арттырылған түләүҙәрҙе ҡайтарыу өсөн адреслы социаль ярҙам алыуға 14 844 кеше ғариза биргән, — тине Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белгесе Роза Кузьменко. — Ғариза яҙған өфөләрҙең һаны 9077-гә етте. Бер ҡабул итеү пунктында ла сират юҡ. Был эште ойошҡан рәүештә алып барыу өсөн республика буйынса 452 эш урыны булдырылды.
Адреслы социаль түләүҙәр Башҡортостан Хөкүмәтенең 2014 йылдың 14 ғинуарында ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы башҡарыла. 30 июнгә тиклем ғариза яҙырға өлгөрһәгеҙ, социаль ярҙам аласаҡһығыҙ тигән һүҙ.


Вернуться назад