Нәфсегә йоҙаҡ бар14.02.2014
Илдә ҡиммәтле автомобиль һатып алыуға заказдар урынлаштырған урындағы хакимиәттәр тураһындағы мәғлүмәт донъя күрҙе.

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының “Намыҫлы һатып алыуҙар өсөн” проекты эксперттары был хәлгә анализ яһаған. Рейтингта республикабыҙҙан да ҡайһы бер муниципалитеттар бар. Мәҫәлән, Дәүләкән районы хакимиәте унда өсөнсө урында тора. Хакимиәт Toyota Land Cruiser 200 автомобилен һатып алырға ниәтләгән. Тик ниңәлер һуңыраҡ был заказдан баш тартҡан. Исемлектә шулай уҡ Бәләбәй районы хакимиәте лә бар.
— Затлы машина һатып алыуҙың нигеҙлелеген иҫбатлауҙы шунда уҡ талап иттек. Күп тә үтмәй Дәүләкән районы хакимиәтенең заказы ғәмәлдән сығарылды, — ти Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова. — Ә бына Бәләбәй районында ҡыйбатлы “тимер ат” алырға өлгөргәндәр ҙә инде. Бюджеты ҡытлыҡ кисергән, дотациялы районда бындай ҙур сығымға нисек юл ҡуйғандар һуң?
— Дәүләт һатып алыуҙарына мониторинг даими үткәрелә. Телгә алынған райондарҙа ҡиммәтле автомобиль һатып алыуға ихтыяж булмаған. Аҡсаны һаҡсыл тотонорға, уны социаль өлкәгә йүнәлтергә кәрәк ине, — тигән фекерҙә төбәк штабы ағзаһы Денис Мусин.
Уның билдәләүенсә, был мәғлүмәт Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы штабы ултырыштарында ҡараласаҡ.
— Билдәле бер сикләүҙәр ҡуйыу йәһәтенән ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү зарурлығы бар. Киләсәктә бындай хәлгә юл ҡуйылмаһын өсөн норматив сикләү йә иһә эске күрһәтмәләр булырға тейеш, — тип билдәләне Денис Мусин.
Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, Халыҡ фронты артабан да республика, шулай уҡ муниципаль кимәлдә ҡаҙна аҡсаһының нисек тотонолоуын ныҡлы күҙәтәсәк.
— Автомобилдәр һатып алыу ғына түгел, дәүләт һәм муниципаль власть органдарының башҡа сығымдары ла иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Бюджет аҡсаһын бушҡа сарыф итеү осраҡтары йәмәғәтселеккә сығарыласаҡ. Бындай етәкселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыуға өлгәшәсәкбеҙ, — тине Эльвира Айытҡолова.


Вернуться назад