Олимпиада миҙалдарына торошло бүләк14.02.2014
Олимпиада миҙалдарына торошло бүләк
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр республиканың Почет грамоталарын, атҡаҙанған хеҙмәткәр исемдәрен алды.

– Һеҙ бөтәгеҙ ҙә наградаға лайыҡ. Киләсәктә лә намыѕлы хеҙмәтегеҙ менән йәштәргә үрнәк булығыҙ. Бөгөн был айырыуса мөһим. Сөнки илдә аҡса һәм власть хөкөм һөрә башлағанда, ябай хеҙмәттең ыңғай өлгөһө кәрәк. Үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыу, матди ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү артты. Ил, республика, туған предприятие өсөн тырышып эшләү һүлпәнәйә, – тине Рөстәм Хәмитов.
Президент бүләкләү тантанаһының Олимпия уйындары көндәрендә үтеүен символик мәғәнәгә эйә тип белдерҙе.
– Һеҙҙең наградаларығыҙ Олимпия уйындарыныҡына торошло. Әле һәр кем кис һайын телевизор аша ярыштарҙы күҙәтә, спортсыларыбыҙҙың уңыштарына шатлана. Эйе, уларҙың еңеүе – ҙур тырышлыҡ емеше. Һеҙҙең хеҙмәт тә ҙур баһаға лайыҡ. Ярыш дистанцияғыҙ — йөҙ йә мең метр ғына түгел, ә оҙон тормош юлы. Шуға һеҙҙең наградалар ҡиммәтерәк тә.
Бүләкләнеүселәрҙең күпселеге — эшсе һөнәр эйәләре. Араларында машинистар, водителдәр, иретеп йәбештереүселәр, токарҙар, урмансылар байтаҡ. Шулай уҡ министрлыҡ һәм ведомстволар, район һәм ҡала хакимиәттәре белгестәре лә бар. Мәҫәлән, Белорет үҙәк дауаханаһы табибы, хирург Анатолий Елосов “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең спорт һәм физик культура буйынса комитет рәйесе Наил Ризванов “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе менән бүләкләнде.


Вернуться назад