Социаль торлаҡҡа өҫтөнлөк бирелә12.01.2012
Сафҡа индерелгән торлаҡ майҙанының күләме генә түгел, ә социаль торлаҡ алыусыларҙың һаны ла Башҡортостан төҙөүселәре өсөн оҙайлы перспективаға әүерелергә тейеш.
Бындай төрҙәге торлаҡ өсөн быйыл бүленгән аҡса тулыһынса үҙләштерелергә тейеш. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты алдына махсус программаларға ярашлы байтаҡ бурыстар ҡуйыла. Уларға программа тормошҡа ашырылған осорҙа һәм артабан да торлаҡ төҙөп тапшырыу күләмен тотороҡло арттырыуҙы тәьмин итеү буйынса һәм башҡа документтарҙы эшләүҙә һәм раҫлауҙа Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәренә ярҙам күрһәтеү инә.
Ведомство шулай уҡ дәүләт милкендәге һәм торлаҡ төҙөү өсөн ҡулай ер биләмәләрен әйләнешкә индереү, регламенттарҙы ғәмәлгә индереү һәм дәүләт хеҙмәттәрен электрон күрһәтеүгә күсеү юлы менән төҙөлөштә административ кәртәләрҙе кәметеү, Башҡортостан Республикаһында заманса төҙөлөш материалдары етештереүҙе үҫтереү мәсьәләләрен көйләргә тейеш.
Р. ХӘМИҘУЛЛИН.


Вернуться назад