“Тыуған еремдән көс алам”14.02.2014
“Тыуған еремдән көс алам”
Малайҙар рәхәтләнеп Әй буйында һыу инә. Бына араларынан берәү һөрән һалды:
– Әйҙәгеҙ ярышайыҡ! Теге ярға кем беренсе булып йөҙөп сығыр?
Ҡояшта ҡап-ҡара булып янып бөткән малайҙар ҡаҙ бәпкәләре кеүек кемуҙарҙан берәм-берәм һыуға сумды. Тик берәүһе генә урынынан ҡуҙғалманы.
– Әй, мин ярышып тормайым. Барыбер Ҡотдос еңәсәк... – тип ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы.
Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, летчик-штурмлаусы, отставкалағы полковник, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов – бөгөн дә алдынғылыҡты бирмәҫ шәхес. Былтыр 90 йәшен тултырһа ла, үҙен ныҡлы тотоуы, ғорур баҫып атлауы, төплө фекер йөрөтөүе менән һоҡландыра. Ул Бөйөк Ватан һуғышы осоронда дошмандарҙы ҡаһармандарса тар-мар итһә, тыныс тормошта бынамын тигән балалар тәрбиәләгән. Евгений, Валерий, Салауат исемле улдары, ҡыҙы Руфина, юғары белем алып, тормошта үҙ юлын тапҡан.
Әйткәндәй, Башҡортостандан 280 кеше яуҙа оло батырлығы өсөн “Советтар Союзы Геройы” тигән юғары исемгә лайыҡ булған. Ҡотдос Ҡәниф улы — шулар араһынан әлеге ваҡытта берҙән-бер иҫән Герой.
Мәскәү ҡалаһында йәшәгән ил ағаһы тыуған төйәге менән бәйләнеште өҙмәй. Ошо көндәрҙә ул гәзитебеҙ редакцияһында ҡунаҡта булып китте. Ихлас аралашыуҙа замандашыбыҙ күптәрҙе борсоған проблемалар тураһында әсенеп һөйләне, киләсәгебеҙ хаҡында уйланыуҙары менән уртаҡлашты. Һуңғы Геройҙың уй-кисерештәрен һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.

Башҡортостаным менән мин һәр саҡ бәйләнештәмен. Уның яңылыҡтары, шатлыҡлы ла, көйөнөслө лә хәбәрҙәре менән ҡыҙыҡһынып торам. Тыуған төйәгемә ҡайтһам, үҙемдә көс артҡандай була. Миңә республикабыҙҙың күп кенә арҙаҡлы шәхестәре менән аралашырға тура килде. Мәҫәлән, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев менән йыш осраштыҡ. Ул Мәскәүгә килһә, мотлаҡ күрешә инек. Берәй кафеға инеп, күҙмә-күҙ ихлас һөйләшеп ултырған мәлдәребеҙ аҙ булманы. Халыҡ шағиры Мостай Кәрим менән дә аралашып йәшәнем. Бик аҡыллы, кешелекле ине ул. Шундай хозур ерҙә тыуғаныма, тормош мине арҙаҡлы шәхестәр менән осраштырғанға бәхетлемен.

Ниндәй илдә йәшәйбеҙ?

“Тыуған еремдән көс алам” Хәҙерге быуын тыуған илдең нимә икәнен дә аңлап етмәй. Йәштәр менән осрашҡанда был турала миңә йыш һөйләргә тура килә. Тыуған ил — тәү сиратта һинең кендек ҡаның тамған ерең, үҙ халҡың, атайың, әсәйең, туғандарың, дуҫтарың, фекерҙәштәрең. Үҙ Ватаныңды һөйөү өсөн иң тәүҙә халҡыңдың тарихын, уның йолаларын белергә тейешһең. Әгәр һин милләтеңдең үткәнен яҡшы белһәң, халҡыңды яратһаң, илгә ҡурҡыныс янағанда ғүмереңде лә бирергә әҙер булаһың. Мин, мәҫәлән, милләтем менән ғорурланам. Башҡортостандан ситтә йәшәһәм дә, һәр саҡ башҡорт булып ҡалам. Халҡымдың һоҡланырлыҡ күпме шәхестәре бар! Ана, Салауат Юлаевты ғына миҫалға алайыҡ.
Совет осоронда беҙҙә шул тиклем көслө ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләнеләр. Илебеҙ ғәҙеллек, кешелеклелек өлгөһө ине.
Хәҙер әллә ниндәй илдә йәшәйбеҙ... Һәр кем үҙенсә көн күрергә маташа. Ҡараңғылыҡ, ғәмһеҙлек, ғәҙелһеҙлек хөкөм һөрә. Олигархтар ябай халыҡ хәлен аңларға ла тырышмай, ишетергә лә теләмәй. Уларҙың бар маҡсаты — күберәк аҡса умырып ҡалырға. Илдә бер ниндәй уртаҡ маҡсат та юҡ! Был хәл нимәгә килтерер, аптырайым. Рәсәйҙә бит хәҙер һатлыҡ йәндәргә ихтирам артты. Солженицын, Астафьев, Гранин кеүектәрҙе миҫалға килтерәйек. Ижадсы булараҡ, минең уларға дәғүәм юҡ. Ә бына граждан булараҡ уларҙы сүпкә лә һанамайым. Ошо әҙәмдәр рәсми власть тарафынан хуплана башланы, уларҙы яһалма рәүештә бейеккә күтәреү башланды. Ә инде Шолохов, Толстой, Белов, Бондарев кеүек олуғ әҙиптәр күләгәлә ҡала. Шундай теләһә кемдәрҙе күтәреп, власть халыҡтың күҙен бәйләй.
Совет иле идеологияһы менән дә, башҡа халыҡтарға ҡарата мөнәсәбәте йәһәтенән дә үрнәк булып торҙо. Шуға ла һәр граждан был дәүләтте йәне-тәне менән яратты, уның өсөн утҡа инергә лә ҡурҡманы. Үлһәм-үлермен, әммә илебеҙҙе дошмандарҙан ҡыйратырға юл бирмәм тип йәшәнек.
Әле ниндәй армияның һалдаты гранаталар бәйләме менән амбразураға ташлана ала?! Ә бына беҙҙең Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Александр Матросов шундай батырлыҡҡа барҙы. Тағы ҡайһы илдең улы үҙ самолеты менән дошмандыҡына бәрелергә риза?! Американың да, Англияның да яугире ундай аҙымға бармаясаҡ. Йә иһә Зоя Космодемьянскаяны алайыҡ. Уны бына-бына аҫырға тейештәр. Ә ул рухын һис тә төшөрмәй. Киреһенсә, дошмандың күҙенә туп-тура ҡарап, битенә төкөрә. Совет кешеһе һатылмай! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шул тиклем көслө армиябыҙ юҡҡа сыҡты.
Ил... үҙе ватансылыҡты тәрбиәләй, тимәксемен. Әгәр йәшәгән дәүләтең яҡшы, унда һәр кешегә ҡарата ғәҙеллек күрһәтелә, хоҡуҡтары яҡлана, хеҙмәтең тейешенсә баһалана икән — илеңде ысын күңелдән яратаһың.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов:
“Хәҙер ватансылыҡ хаҡында һирәк телгә алалар. Ысынбарлыҡта иһә был мәсьәлә менән ныҡлап шөғөлләнергә кәрәк. Бөгөн йәштәр араһында бик ҡатмарлы үҙгәрештәр бара, әхлаҡи ҡиммәттәр юғала, Сөнки интернет әле төп тәрбиәсегә әйләнде. Йәшерен-батырын түгел, йәштәр әрмелә хеҙмәт итергә лә атлығып тормай. Үҫеп килгән быуынды ил алдында торған бурыстар ҙа ҡыҙыҡһындырмай. Был күренеш, әлбиттә, беҙҙең өсөн ҙур ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Шуға ла кисекмәҫтән, етди уйлап, аныҡ саралар күрергә кәрәк”.


Йәштәрҙең күбеһе көсһөҙ

Тағы ла шуны билдәләп үтмәксемен: Тыуған илеңде яҡлай алыр өсөн һинең көсөң дә булырға тейеш. Рух ныҡлығы һәм физик көс кәрәк. Хәҙер бит йәштәрҙең күптәре йомшаҡ, рухһыҙ. Тыуған яғыма ҡайтһам, шуға аптырайым: ҡышын саңғыла йөрөгән бер кешене күрмәҫһең, йәйен Әйгә төшөп һыу инеүсене лә һирәк осратаһың. Ә беҙ бала саҡта спорт менән дуҫ инек.
Мин хәҙер ҙә көнөнә ярты сәғәт күнекмә яһайым. Кеше һәр ваҡыт физик йәһәттән үҫешергә тейеш.
Белем иһә кешенең тормошта төп таянысы, мөһим ҡоралы икәнен онотмайыҡ. Әгәр һин Ватаныңды яратып та, көсөң булып та, белемең юҡ икән — әллә ни ҙур уңышҡа өлгәшә алмаҫһың. Мәҫәлән, штурмлаусы летчик үҙ ҡоралын яҡшы белмәһә, уның менән дөрөҫ эш итә алмаһа, ул нисек итеп дошманды тар-мар итһен?!
Йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо һүлпән булыуы мине ныҡ борсой. Улар бит хәҙер Американың мәғәнәһеҙ фильмдарында тәрбиәләнә. “Һин әрмегә барырға әҙерһеңме?” — тип һорайым берәүҙән. “Ә миңә уның өсөн нимә буласаҡ, берәй файҙаһын күрерменме?” — тигәнерәк мәғәнәһеҙ яуап алаһың. Ә үҙемдең йәшлек осоромдо хәтерләйем дә уйға ҡалам. Беҙ бит бөтөнләй икенсе быуын инек.
Бына мине, сабата, киндер ыштан кейгән 18 йәшлек ябай башҡорт малайын, хәрби хеҙмәткә алдылар. Үҙ бурысымды еренә еткереп үтәнем, әллә ни алға ынтылып барманым. Башҡорттар — бигерәк оялсан, баҫалҡы халыҡ. Шул сифатыбыҙ күпселек осраҡта ҡамасаулай ҙа. Әммә беҙҙә намыҫ тигән юғары төшөнсә бар. “Нәҫел-ырыуыңа тап төшөрмә, насарлыҡ эшләмә, ана шуның балаһы икән тимәһендәр”, — тип тәрбиәләнеләр беҙҙе. Һуғыш осоронда был миңә ныҡ ярҙам итте. Әгәр һиңә самолетты ышанып тапшырғандар икән, бар көсөңдө һалып, дошманға ҡаршы алышҡа сығаһың. Илбаҫарҙар һинең халҡыңды юҡ итергә, илеңде баҫып алып, үҙенә буйһондорорға тырыша. Яуҙа йә һин дошманды, йә дошман һине үлтерәсәк. Уларға ҡарата нәфрәтем ҡайнаны, бар көсөмдө һалып, утҡа ташландым. Әгәр һуғыш башланғанда фашист мине мыҫҡыллап көлһә, 1944-1945 йылдарҙа үҙем уларҙың кәрәген бирҙем.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш ветерандарына хәҙер ихтирам бөттө. Совет осоронда улай түгел ине. Мәскәүҙә күпселек осраҡта метрола йөрөйөм. Йәштәр йәйелеп ултыра, һиңә урын биреүсе юҡ. Баҫып бараһың. Героймы һин, юҡмы — уларға барыбер. Ни хәл итәһең, иле ниндәй — гражданы шундай. Тыуған Башҡортостанымда тәүге китабымды сығарыр өсөн ун йыл интегеп йөрөнөм. Нәшриәттә эшләгән башҡорт кешеһе аяҡ салып торҙо. Аптырап, республикабыҙ Хөкүмәтенә мөрәжәғәт иткәс кенә, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Дөрөҫөн әйткәндә, мин хәҙер данға, ҙурлауға мохтаж түгел. Исемем Мәскәүҙәге Бөйөк Ватан һуғышының Үҙәк музейында алтын хәрефтәр менән яҙылған. Тик яҡташтарымдың шундай һалҡын мөнәсәбәте өсөн йән әрней.

Наградлау ҡағыҙынан белешмә:
“Ҡотдос Латипов һуғыш осоронда 134 тапҡыр уңышлы хәрби осош яһаны. Ҡаршы көстөң ҡеүәтен кәметерлек ҙур батырлыҡтар күрһәтте. Фашистарҙың 22 танкын, бер бронетранспортерын, 40 автомашинаһын, биш самолетын, туғыҙ артиллерия батареяһын, ҡораллы ике эшелонын юҡ итте”.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 15 майындағы Указына ярашлы, Ҡотдос Ҡәниф улы Латиповҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.


Украина өсөн борсолам...

Рәсәйҙең дә, элекке союздаш республикаларҙың да яҙмышы өсөн ныҡ борсолам. Бына Украинаны ғына алайыҡ. Унда әлеге ығы-зығы хәүефкә һала, сөнки был ил миңә шул тиклем яҡын. Украинанан бына тигән шәп яуҙаш дуҫтарым булды! Үҙем ошо илде дошмандарҙан азат итеүҙә ҡатнаштым. Аҙаҡ, һуғыш бөткәс, унда 10 йыл хеҙмәт иттем. Мин — украиндарҙы, украиндар мине хөрмәтләне. Дуҫ ҡына түгел, туғандарса мөнәсәбәттә йәшәнек. Совет иле тарҡалғандан һуң егерме йыл үтте. Хәҙер унда ниндәйҙер шайтан туйы бара. Әлбиттә, бында Американың өлөшө ҙур.
Дәүләтте ҡаҡшатыу, Рәсәй менән беҙҙең дуҫлыҡты боҙоу өсөн аҡсаһын да йәлләмәйҙәр. Шуларҙың ҡәһәрле эшмәкәрлеге менән Советтар Союзы тарҡалды, Коммунистар партияһы юҡҡа сыҡты, хәҙер килеп Украинаға ынтылалар. Ә был фажиғәле күренештең ялҡыны Рәсәйгә лә теймәҫ тип, кем әйтә ала? Дошмандар бер ҡасан да йоҡлап ятмай. Уяу булырға кәрәк! Горбачев, Ельцин бөйөк дәүләтте юҡҡа сығарҙы. Беҙҙе хатта Ҡытай ҙа күптән уҙып китте. Ә заманында улар нисек ҡалтырап тора ине. Рәсәй хәҙер күп йәһәттән артта.
Иң мөһим китабым әле яҙылмаған
Мәктәптә уҡығанда әҙәбиәт дәресен шул тиклем яраттым. Ҙур теләк менән инша яҙҙым. “Ҡустым, тырыш, һинең мөмкинлегең бар. Бәлки, яҙыусы булырһың”, — тип дәртләндерә торғайны уҡытыусым. Әммә һуғыш арҡаһында яҙмышымды бөтөнләй башҡа һөнәргә бәйләнем. Шулай ҙа тыныс тормошта, уңайы сыҡҡанда, гәзиттәргә мәҡәләләр яҙып торҙом. “Әйҙә беҙҙең хәрби тормош хаҡында яҙып ҡара. Һин яҙмаһаң, шанлы яу юлыбыҙ хаҡында ҡайҙан белерҙәр?” — тине бер саҡ полкташтарым.
Тәүәккәлләп, ҡәләмгә тотондом. Тәүге китабым “Витязи крылатые” тип атала. Унда мин авиаполктың яҙмышы хаҡында ситтән күҙәтеүсе булараҡ яҙам. Икенсе китабыма иһә “Может ли голубь ястребом стать?” тигән исем бирҙем. Әле бына өсөнсөһөн тамамлап киләм. Алла бирһә, үҙебеҙҙең нәшриәттә донъя күрер тип ышанам. Унда тыныс тормош хаҡында һүҙ бара, фәлсәфәгә лә, мөхәббәткә лә, изге күңелле кешеләргә лә урын бирелгән. Шулай ҙа минең иң мөһим китабым яҙылмаған. Хоҙай һаулыҡ бирһә, киләһе йылдарҙа тотонормон. Идеяһы ла күптән уйланылған.

Түҙерлек хәл ҡалманы...

Халҡымдың бөгөнгөһө өсөн бик борсолам. Эскелек сәскә ата, эш юҡ. Шуға ла аҫыл ирҙәребеҙ Себергә йөрөп эшләргә мәжбүр. Һуңғы осорҙа бер туҡтауһыҙ мәктәптәр ябыла. Кешеләр еренә ерегеп, табыш алырға, үҙ көнөн күрергә өйрәнһә ине. Нисек тә булһа халыҡтың белем кимәлен күтәрергә кәрәк. Изгелек, яҡты уйҙар менән йәшәү өсөн тәүҙә белемең булырға тейеш.
Мин ил байлығының кемдеңдер ҡулында булыуына ҡырҡа ҡаршымын. Кешеләр бит байҙы тағы байытыу өсөн бил бөгә. Ана шуға ла яңынан-яңы проблемалар тыуып тора.
Дәү, ныҡлы, өлгөлө армияны юҡҡа сығарҙылар. Сауҙа хеҙмәткәре, кәсепсе Сердюковты оборона министры итеп ҡуйҙылар, армияны бөлдөргәне өсөн уны хөкөм итергә лә уйламайҙар. Ана, Украинала ниндәй мәхшәр бара. Ҡырғыҙстанда, Үзбәкстанда, Тажикстанда, Грузияла АҠШ-тың хәрби базалары ныҡлы урын алды. Ҡыҫҡаһы, Рәсәй ҡамауҙа тороп ҡалды.
Илебеҙҙең ҡеүәтен кисекмәҫтән арттырырға кәрәк. Хәрби ҡоралдар, техника эшләүҙе тергеҙһендәр ине. Исем өсөн генә булмаһын. Сәнәғәтебеҙ, йәшерен-батырын түгел, күптән мөшкөл хәлдә. Етмәһә, илде һаҡларлыҡ ирҙәрҙе лә тәрбиәләй алмайбыҙ. Һалдаттарға бер йыл хеҙмәт итергә тип ҡалдырҙылар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә улар нимәгә өйрәнһен инде?
Ғәжәп, хәҙер Рәсәйҙә самолет, танк та, карап та эшләмәйҙәр. Шул уҡ ваҡытта ҙур-ҙур түрәләр бөтә байлығын, аҡсаһын сит ил банктарына оҙата. Ҡайҙа бында илһөйәрлек?! Заманында большевиктар ас, бетле халыҡты 15 йыл эсендә аяҡҡа баҫтырҙы, илдең ҡеүәтен арттырҙы. Ә беҙ әле 20 йыл буйына һаҙлыҡҡа тәгәрәйбеҙ. Артабан түҙерлек хәл юҡ. Халыҡ ошоно аңлап, ил яҙмышын үҙ ҡулына алһа ине...

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ
яҙып алды.


Вернуться назад