Кешегә Хоҙайҙан бүләк итеп бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп йәшәү — оло мәртәбә. Олоғайғас, быны нығыраҡ төшөнәһең. Мәктәптә уҡығанда беҙҙе “кеше кешегә дуќ, иптәш, туған” тип өйрәттеләр. Яратҡан геройҙарыбыҙ Павел Корчагин, Алексей Мересьевтың тормошто сикһеҙ һөйөүе, рух ныҡлығы өлгө булды. Үҙ ғүмереңде үҙең ҡыйыу – оло гонаһ, енәйәткә бәрәбәр. Һуңғы йылдарҙа хатта балаларҙың да үҙенә ҡул һалыуы йыш күҙәтелә. Бының менән килешеп булмай. Йәмғиәттәге битарафлыҡҡа, хатта яҡын кешеләрҙең бәғерһеҙлегенә аптырарһың. Күптән түгел үҙәк телевидение аша күрһәтелгән бер ваҡиға башҡа һыймай. Кеше һыуҙа батып бара, ә икенсе берәү уны тыныс ҡына телефон камераһына төшөрөп алған да интернетҡа һалған. Шул тиклем бәғерһеҙгә әйләндекме? Кеше ғүмеренең ҡәҙере кәмейме? Ошолар хаҡында уйланһам, бынан күп йылдар элек булған бер хәл иќкә төшә.
Ул саҡта мин мәктәпте тамамлап, аҙыраҡ өќтө бөтәйтеп алыу ниәтенән ауылда китапханасы булып эшләп йөрөй инем. Бер инәйҙә фатирҙа торам. Күршеләрҙең Камил исемле улдары яңы әрменән ҡайтҡан. Күп тә тормай, килен төшөрҙөләр. Ул алыќ ауылдан бик сибәр, йәш кенә ҡыҙ ине.
Инәйҙең быҙауы ҡайтмай башланы, көтөүгә ҡаршы сыҡмаһаң, һыйырға ҡушыла ла ҡуя. Бер көн әлеге быҙауҙы эҙләп йылға буйлап киләм. Алдымдағы таллыҡта кемдер бар һымаҡ. Ҡараһам, әлеге күршеләге йәш еңгәй тубыҡтарын ҡосаҡлап, һыуға текләп илап ултыра. Тиңдәшем булғанға уға исеме менән өндәшә инем.
— Миңлегөл, ни булды һиңә? — тип һорайым.
— Ни эшләргә белмәйем, — тип үкһей.
— Яйлап һөйлә әле, — тим.
— Камил нисәмә көн инде ярты төн үткәс кенә йоҡларға ҡайта. Уның берәүе бар шикелле. Кемгә әйтергә лә белмәйем. Ҡайтып ҡына китер инем, ауыл халҡынан оялам. Әсәйем йөрәк сирле...
— Ә бында ни эшләйһең?
— Әллә сөңгөлгә төшөп юғалайыммы тиһәм, ауырым бар...
Мин уны ҡосаҡлап алдым да йәшәүҙең ҡәҙере тураһында белгәнемде аңлатырға тырыштым.
— Миңлегөл, һин әсә буласаҡһың. Мөхәббәтең өсөн көрәшергә кәрәк. Көнләшеү — түбәнселек, ғорур бул, — тинем, белдекле кеше һымаҡ.
— Нисек?
— Күҙ йәшеңде йәшер. Берәү белеп ҡалмаһын. Балаң тураһында уйла.
Миңлегөл тынысланғандай булды. Бергәләп ҡайттыҡ. Үҙемде шул саҡ әллә кем итеп тойҙом, ана ниндәй ҡыҙҙы ҡотҡарҙым, тип ҡыуандым. Миңә отпуск бирҙеләр, тыуған ауылымда айға яҡын ял итеп килдем. Инәйем мине ихлас ҡаршыланы. Сәй эскәс, биҙрәләрҙе алдым да шишмәгә һыуға киттем.
Мине күреп ҡалып, Миңлегөл килеп сыҡты. Яҡын кешеләрҙәй ҡосаҡлашып күрештек. Мин уға текләйем, кәүҙәһе ҡалынайған. Һүҙгә-һүҙ ялғанды.
— Мин һине көттөм. Теге саҡта көрәш тигәйнең, рәхмәт. Бирешмәќкә ҡарар иттем. Беҙ бәпесем менән икәү бит әле. Бында шундай хәлдәр булып бөттө! Камил мине яратамы икән тип һынап ҡарарға булдым. Ғәҙәттәгесә, был бер көн эштән ҡайтып йыуынды, ашаны ла таҙа кейемдәрен кейеп сығырға йыйынды. «Әйҙә, киноға барайыҡ, һинд киноһы килгән», — тинем. «Һиңә ял итергә кәрәк, ике серия буйы ултыра алмаќһың», — тине лә сығып китте. Япа-яңғыҙым тәҙрә төбөндә ултырам. Ғәрлегемдән илайым. Бына халыҡ кинонан таралыша башланы. Камил юҡ. Ҡапыл башыма бер уй килде. Сепрәк-сапраҡтан кеше кәүҙәһе яһаным да уға үҙемдең кейемдәремде кейҙереп, өрлөккә элмәк яһап элеп ҡуйҙым. Нәҡ аќылынған кеше. Был дыуамаллыҡҡа ҡайҙан башым еткәндер — белмәйем. Утты һүндерҙем дә көтөп ултырам. Тәҙрәнән төшкән ай нурҙары бүлмәне яҡтырта. Шым ғына ишек асылды. Мин йәһәт кенә шкаф артына боќтом. Һаҡ ҡына атлап Камил инде. «Аһ!..» — тигән үҙәк өҙгөс тауышҡа тертләп киттем. Ирем теге шәүләгә ҡарап, шаҡ ҡатып торҙо ла торҙо. Яйлап ҡына ҡулдарын һоноп яҡынлай башланы. Инде тоттом тигәндә мин утты яндырҙым. Шул мәлдә уның йөҙөн күрһәң, ә күҙҙәре... Оноторлоҡ түгел. Миңә күтәрелеп тә ҡараманы, башын баќып диванда ултырҙы ла ултырҙы. Ә мин үҙ дыуамаллығыма үкенеп, тамсы ла йоҡламай таң аттырҙым. Үҙемде әрләнем генә. Камил ашап та тормай эшкә китте. Кискеһен: «Миңлегөл, бүтәнсә улайтма, йәме», — тип ҡосаҡлап, күкрәгенә ҡыќып торҙо. Хәҙер артымдан бер тотам ҡалмай, тышта берәй эш менән оҙаҡлаһам да йүгереп сыға һала, — тип һөйләне Миңлегөл.
Улар дүрт балаға ғүмер бирҙе, татыу йәшәне. Үкенескә ҡаршы, Камил ҡапыл ауырып вафат булды. Әле Миңлегөл ейәндәрен үќтерешә. Камилын һағынып йәшәй. Теге ваҡиғаны бер мәл иќләгәндә: «Дыуамал, алйот булғанмын. Ғүмерҙең шул тиклем ҡәҙерле икәнлеген йәшәй-йәшәй генә аңлайһыңдыр инде. Хәҙер бит күп йәштәр уйлап тормай үҙ ғүмерен ҡыя. Был донъяла хәл итмәќтәй проблемалар юҡ. Ауырлыҡтар — Хоҙай Тәғәлә тарафынан ваҡытлыса ебәрелгән һынау ғына, уларҙы лайыҡлы үтә белергә кәрәк. Теге саҡта иремә үс итеп берәй эш ҡылырымды уйлаһам, ҡурҡыныс булып китә…» — тип һөйләгәйне Миңлегөл.
Эйе, ул мәлдә уларҙың шундай матур балалары ла, ейәндәре лә тыумаќ ине. Күпме йылдар үткәс, Миңлегөлдөң серен сисергә баҙнат иттем, моғайын, миңә үпкәләмәќ. Бер генә бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп йәшәйек!