Мәскәү ғалимының һабаҡтары12.02.2014
Мәскәү ғалимының һабаҡтары
Сергей Васильевич Кириковтың "Көньяҡ Урал һәм Башҡортостан буйлап" тигән китабын күптән ҡулға төшөрөргә ниәтләнә инем, яңыраҡ теләгем тормошҡа ашты.

Сергей Васильевич, йәғни Сергей олатай (ауыл малайҙары уны шулай хөрмәтләй инек) беҙҙең яҡтарҙа ғүмеренең дүрт тиќтә йылын үткәрҙе. 1932 йылда килә ул ауылыбыҙға. Әлеге сәйәхәтен ғалим ҡыҙыҡ итеп һүрәтләгән. Ҡыуандыҡ ҡалаһынан үгеҙҙәр егелгән арбала юл тота ҡунаҡ егет. Ошо килгәнендә йыл самаһы беҙҙең тауҙарҙы өйрәнә ғалим. Йәнә килергә план ҡороп, Мәскәүгә ҡайтып китә, әммә оҙаҡ ҡына юл төшмәй тора.
Һуғыш осоронда Башҡортостандың "Уралтау" ҡурсаулығында ғилми хеҙмәткәр, унан директор вазифаһын башҡара. Үҙ шөғөлөнә бирелеп эшләгән ғалим икәнен китабы ла раќлай. Ул көндәлектәр рәүешендә яҙылып, көндән-көн ниндәй эш башҡарылыуын һанап сыға. "Уралтау" ҡурсаулығының яңы ойошторолған сағы була. Алтайҙан маралдарҙы килтереп, уларҙы Урал тәбиғәтенә ерһендереүгә күп көс һала. Шул осорҙа тауҙарҙа мыжғып торған бүре, айыу эшкә бик ҡамасаулай. 1947 йылда ғалим, Мәскәүгә ҡайтып, докторантураға уҡырға инә һәм оҙаҡламай Көньяҡ Урал тәбиғәтенә, унда йәшәгән кейек-ҡоштарға арналған диссертация яҡлай. Шул уҡ йылда беҙҙең Саҡмағош ауылына килеп, туҡталып торған эшен башлай. Сергей олатайға ауылыбыҙ йәштәре, бигерәк тә Хәйбулла ҡарттың улдары ярҙам итә.
Тауҙарҙың төньяғындағы Явал яланлыҡтарында ул һуҡыр сысҡандарҙың ояларын тикшереп сыға, йәшен билдәләй. Унан башҡа кимереүселәргә тотона. Йомран, баќыу сысҡандарын тотоп өйрәнә, классификациялай, карталар булдыра. Ошондай уҡ тикшеренеүҙәр тауҙарҙың уң яғындағы Кәрәмән итәктәрендә лә атҡарыла. Тауҙарҙа йәшәгән ҡош төрҙәренең иќәбен алырға тырыша, ниндәй аҙыҡ менән туҡланыуҙарын асыҡлай. Ул йөрөмәгән йылға буйҙары, үҙәктәр ҡалмай, тау һырттарында ла палатка ҡороп, шунда аҙналар буйы күҙәтеүҙәр алып бара.
Сергей олатайҙың ҡайһы бер ҡоштарға, йәнлектәргә иғтибары көслө булды. Мәќәлән, һуйырҙы бик яратты. Тауҙарҙа ҡыш үтеп, яҙ килергә торғанда, ғалим беҙҙең ауылға һуғыла торғайны. Сәйәхәтен һуйыр ҡоштарының яҙғы уйындары башланған саҡҡа тура килтерә ине. Һуйыр, сел кеүек, аяҡ аќтында йөрөмәй шул. Ул ҡош тау һыртында йәшәргә ярата, кешенән бик ҡурҡа, яҡын да ебәрмәй. Ләкин Сергей олатай нисектер уларҙы күҙәтергә хәйлә тапты. Төн урталарында үҙенә бер иптәш алып, саңғыла ҡар ярып сыға, ҡоштарҙың уйнаған ерен таба, ҡыуыш ҡора һәм иртә таңдан уларҙың ҡанат ҡағып, бейегәнен-йырлағанын тамаша ҡыла. Ҡоштарҙың йәштәрен билдәләй, ҡылыҡтарын өйрәнә.
Сергей Васильевич тауҙарҙа кейек-ҡоштарҙың нимә менән туҡланыуын да тасуири итеп яҙған. Муйыл уңған йылды Һаҡмар буйында бөтә йән эйәһе шуны ашап һимерә икән. Әгәр булмаһа, тау үҙәктәре шыр имән бит, сәтләүек менән туҡланып көн итә, тигән.
Ғалим беҙҙең Көньяҡ Уралдың тәбиғәтенә иғтибарлы булған. Көндәлектәрендә һауа торошон да тасуирлаған. Унан ҡыштың һыуыҡлығына, йәйҙең эќелегенә хайран ҡала һәм урындағы халыҡты йәлләп тә ҡуя. Ауыл ҡарттарынан ҡайһы бер тәбиғәт күренештәрен яҙып та ала. Мәќәлән, ҡышҡы бурандар хаҡында таблица төҙөгән. Ул, минеңсә, ҡыҙыҡлы:
1. Һепертмә бураны.
2. Һалма бураны.
3. Һырғаҡ бураны.
4. Сүл бураны.
5. Һөрөм бураны.
6. Аҡман-тоҡман бураны.
7. Мәхмүт бураны.
8. Биш ҡунаҡ бураны.
Китаптың икенсе өлөшө — Саҡмағош ауылы тураһында. Бында ауылдаштарҙың тормошо күҙаллана. Ғалим ғилми эштәрҙә юғары бейеклектәр яулаһа ла, ауыл кешеләре менән үҙен элеккесә ябай тота. Мәскәүҙән килһә, һәр саҡ Хәйбулла ҡартҡа төшә, уның улдары менән дуќлыҡ ептәрен өҙмәй ине. Баш ҡала кешеһенә тәүҙә беҙҙең яҡтар ят күренә, әммә бер аҙ йәшәгәс, ғалимда йылы хистәр уяна. Ул ауылыбыҙҙың киң, йәшел ике урамын Ленинградтағы Невский проспектына тиңләгән һәм өйҙәрҙе лә яратып һүрәтләп ҡуйған. Ауыл халҡының тормошо Шайтантауға бәйле икәнен күреп, был турала йылы һүҙҙәр әйткән.
Эйе, тау һәр йылда ауылды ҡотҡара ине. Ғәҙәттә, ҡыш аҙаҡтарында кешенең бесәне бөтә торғайны, әммә ир-егеттәр ат менән ҡарҙы тапатып, асылған тау баштарына юл һала. Шулай итеп, һыйыр, ваҡ мал ҡырға сыға. Сергей олатай бер ҡасан да ауыл кешеһенән тартынманы, ихлас аралашты. Башҡортса ла һупаланы. Колхоз идараһына ингеләп йөрөнө. Бер шулай бригадир:
— Сергей ағай! Явалда һабансылар ер һөрә. Һеҙҙе сысҡандар ҡыҙыҡтыра ине. Һабан артынан йөрөгәндә күпләп тоторға була, — ти.
Беҙҙең әрһеҙ ғалим иртәгәһенә үк һабансыларҙың ҡыуышы янына палатка ҡороп, ярҙамсыһы менән эшкә тотона. Һабансылар, үгеҙ егеп, ер һөрә, былар — үҙ эшендә. Өлкәндәрҙең хәтерендәлер, ана шул колхоз осоронда ауылдаштар гел ҡырҙа, ҡыуышта йәшәне. Ер һөрһәләр ҙә, бесән сапһалар ҙа, сәсеп-урһалар ҙа, ауылға ҡайтып йөрөмәнеләр.
Сергей олатай тәбиғәтте һаҡлау яғында торҙо. Ул саҡтарҙа һыуҙа балыҡ тулып йөрөһә лә, биш-алты бөртөк кенә тотоп, һурпа бешереп, тамаҡ ялғауҙан ары китмәне. "Тәбиғәткә зыян килтермәйек", — тип тәрбиәләне ул йәштәрҙе.
1972 йылда ғалим ауылға килгәндә, халыҡтың күсеп китеүенә бик бойоға. Хәйбулла ҡарттың өйөнә инә лә ауылда ҡалған берҙән-бер ғаилә башлығы Илдар ағайға һорау бирә:
— Инде нисек йәшәрһең? Ауыл бөткән дәһә?
— Йәшәйбеҙ! Атайҙан ҡалған ун оя ҡорт бар. Бурһыҡҡа һунарға барырға торам. Хәҙер бурһыҡ ите ҡиммәт бит, килоһы ун һум тора, — тип әйтеп һала теге.
— Эйе, һиңә тәбиғәткә зыян килтерергә бер ни тормай шул, — тип ағайҙы тиргәп ала ғалим.
Бына шулай беҙ бала саҡтан тәбиғәтте һаҡларға өйрәнеп үќтек, Мәскәү ғалимының да тәрбиәһе, ихлас һабаҡтарының файҙаһы тейҙе.
Зиннәтулла ӘЛЕКБАЙ.

Ырымбур өлкәһе,
Медногорск ҡалаһы.


Вернуться назад