Август аҙағында Белорет ҡалаһының күп ҡатлы йорттарының береһендә аҡса талау ниәтенән почтальонға бысаҡ менән һөжүм итәләр. Ул битенә маска кейгән бур менән көрмәкләшә башлай. Сумканы талап алырға маташҡан әҙәм аҡтығы ҡатынға бысаҡ менән сәнсә. Бәхеткә күрә, ҡулы ғына яралана.
Битенән маскаһы сиселеп киткән егет йөҙөн йәшереү өсөн енәйәт урынынан ҡасырға мәжбүр була. Юғалып ҡалмаған почтальон, үҙенә һөжүм итеүҙәре тураһында эш урынына хәбәр итеп, "Ашығыс ярҙам", полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыра.
Батырлығы, ҡаушап ҡалмағаны өсөн Белорет почтамтының участка почтальоны Гөлнара Сәләхова "Рәсәй почтаһы" федераль дәүләт унитар предприятиеһының "Батырлыҡ өсөн" билдәһе, 30 мең һум премия менән бүләкләнә.
Әле талаусы ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Гөлнара Рәшит ҡыҙы — Баймаҡ ҡалаһынан. 1983 йылда Белоретҡа парикмахер һөнәре буйынса практика үтергә килә, шунда Абҙаҡ егете Хәниф Хәдиулла улын осратып, ғаилә ҡора. Улар өс балаға ғүмер бирә, ҡыҙҙары Гүзәл менән Айгөл бөгөн үҙҙәре балалар үќтерә. Ә улдары Азамат Анапала эшләй.
Гөлнара Сәләхова һигеҙенсе йыл ҡала халҡына матбуғат тарата. Һәр эштең үҙ ауырлығы булған кеүек, был да — яуаплы һәм хәүефле хеҙмәттәрҙең береһе. Һәр саҡ аҡса менән йөрөгән почтальонға шикле әҙәмдәр менән дә осрашырға, эттәрҙән дә тешләнергә тура килә. Эшен яратып атҡара, үҙ бурысын намыќ менән үтәй. Пенсия таратыуҙан тыш, тауар, марка, конверт та һата, гәзит-журналға ла яҙҙыра. Тырыш почтальондың хеҙмәте Белорет почтамтының Маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған. 2009 йылда иһә матбуғатҡа яҙҙырыу планын тултырғаны өсөн телевизор менән бүләкләнә. "Иң яҡшы почтальон-2012" республика конкурсында ҡатнашып, призлы урын яулай.
Төп эшенән тыш яратып башҡарған башҡа шөғөлдәре лә бар Гөлнара Сәләхованың. Ул бәйләү, бешеренеү менән мауыға, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләшә.
— Һөжүм итеү осрағынан һуң күптәр был эштән китергә, хәүефһеҙерәк урын табырға кәңәш итте. Әммә һөнәремде яратам, уға өйрәнгәнмен. Шуға күрә икенсе ергә күсергә уйламайым да. Әлбиттә, пенсия таратҡанда төрлө кешеләр менән осрашырға, аралашырға тура килә. Оҙаҡ йылдар ошо эштә булғас, кемдең кем икәнен айырырға өйрәнеп бөткәнбеҙ. Шик тыуҙырғандарына һаҡсы менән йөрөргә тырышабыҙ. Үкенескә ҡаршы, тормошобоҙҙа яман әҙәмдәр йыш осрай. Балаларҙың, үќмерҙәрҙең яҙыҡ юлға баќыуы бигерәк тә аяныс. Аҡса таларға уйлаусы ла 15 йәшлек кенә үќмер булып сыҡты. Күрше йортта йәшәгән олатаһына пенсия килтергәнде уның бер нисә тапҡыр күргәне бар ине. Шуға күрә, алдан план ҡороп, мине көтөп йөрөгәндер, тип уйлайым. Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларға шуны әйткем килә: пенсия таратҡан көндә ҡаршы сығып алып, ишектән сыҡҡансы оҙатып ҡалһындар ине. Бер-беребеҙгә саҡ ҡына иғтибарҙы арттырһаҡ, күңелһеҙ осраҡтар ҙа әҙерәк булыр, — ти Гөлнара Рәшит ҡыҙы.
Халыҡ менән уртаҡ тел таба белгән почтальондарыбыҙға ауыр эштәрендә уңыштар ғына теләйбеҙ.