Абитуриент өсөн көрәш12.02.2014
Уҡыу йорттарында “Асыҡ ишектәр көнө” башланды
Абитуриент өсөн көрәш
Уҡыусы киләсәктә кем булыры хаҡында хыялланып ҡына ҡалмай, һайлаясаҡ һөнәре буйынса мәктәптән үк әҙерлек алып барырға тейеш. Был йәһәттән Берҙәм дәүләт имтиханы, иншалар яҙыу, фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Шул уҡ ваҡытта белем усаҡтарында “Асыҡ ишектәр көнө” уҙғарыу ҙа йәштәр өсөн ифрат мөһим. Күптән түгел БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында ошондай сара үткәрелде.

Сер түгел: балалар һаны йылдан-йыл аҙая барған заманда уҡыу йорто өсөн һәр абитуриент, студент ҡиммәт — педагогтарҙың икмәге лә шуға бәйле бит. Ошо йәһәттән ҡайһы бер мәғариф учреждениеларының мәктәп уҡыусыһын үҙенә йәлеп итеүҙә ҡомһоҙланып, шашып китеүе, үќмерҙәрҙе төрлөсә алдаштырыуы хафаға һала. Был — БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы өсөн ят күренеш, унда абитуриенттың фекеренә хөрмәт менән ҡарайҙар.
— Буласаҡ һөнәреңде билдәләү, уға төплө әҙерләрлек уҡыу йортон һайлау еңел эш түгел, ҙур яуаплылыҡ талап итә, — тине “Асыҡ ишектәр көнө”ндә мәктәп уҡыусыларына филиалдың директоры Йәғәфәр Әбдрәшитов. — Ниндәй йүнәлеште һайлаһағыҙ ҙа, уҡыуҙан, эштән кинәнес табып йәшәүегеҙҙе теләйем. Иң мөһиме — хәҙер мөмкинлектәр киң, яҡшы белем алыу өсөн әллә ҡайҙарға йөрөргә кәрәкмәй.
Үќмерҙәр иһә юғары уҡыу йорто етәкселегенә, педагогтарға һорау биреп кенә ҡалманы, факультеттар буйлап сәйәхәт ҡылды, теләгән предметы буйынса шартлы рәүештә БДИ ла тапшырҙы. Әйткәндәй, филиалдың сайтына инеп, һынау һөҙөмтәләрен белергә мөмкин.


Вернуться назад