Советтар Союзы Геройын ниҙәр борсой?12.02.2014
Советтар Союзы Геройын ниҙәр борсой?
Халҡыбыҙҙың данлы улы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов кисә гәзитебеҙ редакцияһында ҡунаҡта булды. Йәнле осрашыуҙа ил уҙаманы республикабыҙ журналистарының төрлө һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, барыбыҙҙы ла борсоған йәмғиәттәге кире күренештәр хаҡында һөйләне.

Былтыр 90 йәшен билдәләгән замандашыбыҙ үҙен йәштәрсә тотоуы, аныҡ фекер йөрөтөүе менән һоҡландырҙы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, летчик-штурмлаусы, отставкалағы полковник Ҡотдос Ҡәниф улы әле Мәскәүҙә йәшәй. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ тыуған төйәге менән бәйләнеште өҙмәй.
(Герой менән мауыҡтырғыс әңгәмәне гәзитебеҙҙең йома һанында уҡырһығыҙ).


Вернуться назад