Йылдың икенсе яртыһына 31 мартҡа тиклем арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға мөмкин
Кем өлгөр — шул отҡан тиҙәрме әле? Матбуғат баҫмаларына алдан яҙылып та оторға, йәғни күпмелер аҡсаңды кеҫәңдә ҡалдырырға була. “Башҡортостан”ға 2014 йылдың икенсе яртыһына 31 мартҡа тиклем беренсе ярты йыллыҡтағы хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ. Почта бүлексәләрендә был хаҡта беләләр, шуға ла аңлашылмаусанлыҡ менән осрашырға тейеш түгелһегеҙ.
Баҫмаларҙың хаҡы һәр ярты йыл һайын артыуын иҫәпкә алып, ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ, йәһәтерәк почтальондарға мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ. Һеҙҙе өгөтләүебеҙҙең ғилләһе лә бар. Әле үк “Башҡортостан”ға яҙылып ҡуйғандар редакцияға квитанция күсермәһен ебәрһә (яҙылыу көнөн почта мисәтенә ҡарап асыҡлаясаҡбыҙ), тәүгеләрҙән булып баҫмабыҙға яҙылыу хәстәрен күргән 10 кешене бүләк көтә.
Йәгеҙ, әүҙемлегегеҙҙе күрһәтегеҙ! Бер үтенесебеҙҙе лә еткерәбеҙ. Кемдәр әлегә “Башҡортостан”ды алдырмай һәм уҡымай, уларға ла ошо хаҡта әйтһәгеҙ, йәғни республиканың милли телдәге төп баҫмаһын таратыуға өлөшөгөҙҙө индерһәгеҙ ине.