("Ашан"ға барыуы бәлә...", Й. Әхмәтов, 2013 йыл, 20 ноябрь)
Был яҙмаға бәйле Өфө ҡалаһы хакимиәте түбәндәгеләрҙе еткерә:
“Әлеге мәлдә "Мега" сауҙа үҙәгенә түбәндәге ҡала маршрут автобустары йөрөй:
– 277-се "75-се мәктәп – "Мега" ғаилә сауҙа үҙәге" маршруты – 30 берәмек;
– 243-сө "Сипайлово" сауҙа-сервис комплексы – "Мега" ғаилә сауҙа үҙәге" маршруты – 20 берәмек;
– 298-се "Өфө – ДОК – "Мега" ғаилә сауҙа үҙәге" маршруты – 40 берәмек.
Бынан тыш, рәсми ойошторолмаған автобус маршруттары ла теркәлгән:
– 75-се "Сипайлово – "Мега";
– 110-сы "Сипайлово – "Мега" – Аэропорт”;
– 277-се "75-се мәктәп – "Мега";
– 279-сы "75-се мәктәп – "Мега".
Автобустар хәрәкәтенең уртаса интервалы – биш минут.
Ә ҡышҡы осорҙа "Тирмән комбинаты" туҡталышынан сауҙа үҙәгенә юл юҡлығы тураһында мөрәжәғәтегеҙ "Мега-Өфө" ғаилә сауҙа үҙәге етәкселегенә ебәрелде.
Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары — транспорт
бүлеге начальнигы Ә. А. МИҢЛЕБАЕВ”.