Ошо көндәрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Һылыуҡай - 2014» республика гүзәллек бәйгеһенең һайлап алыу туры үтте. Өс тиҫтәләп конкурсант араһынан 12 сибәркәй финалға сыҡты.
Республика төбәктәренән килгән һылыуҡайҙар ике турҙа һынау тотто. Һайлап алыу туры, ғәҙәттәгесә, үҙең менән таныштырыу, дефиле һәм һорауҙарға тапҡыр яуап бирә белеүгә ҡоролдо. Саф башҡорт телендә аралашыу — төп талаптарҙың береһе.
Быйыл һайлап алыу турында 28 конкурсант ҡатнашты. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы студенты Камилә Бикҡолова бәйгегә конкурстан тыш үтте. Был хоҡуҡты ул «Мәскәү һылыуҡайы» конкурсындағы еңеүе менән яулаған.
Быйыл бәйгелә Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура, Ғафури райондары, Өфө, Учалы, Сибай, Мәләүез һәм Магнитогорск, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары ҡыҙҙары ҡатнаша. Йылдағыса, конкурс «Һылыуҡай көндәлеге» аша яҡтыртыласаҡ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының рәсми сайтында тауыш биреү ойошторола.